Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
8 Сентябрь 2023, 10:28

7 сентябрь Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 105 йыл тулды

Яҡуп Ҡолмой (Ҡолмөхәмәтов Яҡуп Хәйрулла улы) - башҡорт совет шағиры, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында тыуған.

7 сентябрь Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 105 йыл тулды
7 сентябрь Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 105 йыл тулды

Яҡуп Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов (Яҡуп Ҡолмой) 1918 йылдың 7 сентябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ишембай районының) Ҡанаҡай ауылында тыуған.
ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен тамамлаған (1948).
1934—1935 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡый. Уны тамамлағас, 1939 йылға тиклем «Ленинсы», унан һуң Ҡазан ҡалаһында «Яшь сталинче» гәзитендә эшләй.
1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Тыуған илебеҙҙең көньяҡ сигендә — Әрмәнстанда атлылар дивизияһында, Кавказ кавалерия полкында хеҙмәт итә, эскадрон командирының сәйәсәт буйынса урынбаҫары була.
Әҙәби ижадты ла онотмай, һалдат уяулығын данлап йырлай. Шиғырҙар тупланған тәүге китабы — «Аҙым» — һуғыш алдынан баҫылып сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул, кавалерист булараҡ, полкташтары менән Көнбайыш фронтта, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнаша. Яу тынып торған арала, эйәренә ҡағыҙ һалып, шиғырҙар яҙа, уларҙы өс мөйөшлө хат итеп Өфөгә, Яҙыусылар союзына һәм гәзит-журналдарға оҙата. 1941 йылдың көҙөндә ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ауыр яралана.
Яҡуп Ҡолмой ут яуғанда ла, ер тетрәгәндә лә: «Шиғыр һәм ат яҡын иптәшем», — тип ҡурҡыу белмәҫ көр тауыш менән йырлай. 1942 йылда инде уның Мәскәү өсөн барған дәһшәтле бәрелештәрҙә яҙған шиғырҙары тупланған «Фронтовик уйҙары» тигән китабы сыға.
Йәнә бер баҫмаһы Рәшит Ниғмәти мөхәррирлегендә 1944 йылда донъя күрә. Шул уҡ йылда уны СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар.
1945—1950 йылдарҙа — «Ҡыҙыл Башҡортостан»,1951—1952 йылдарҙа — "Ленинсы ", 1952 йылдан алып «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре.
1958—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио дәүләт комитетының әҙәби тапшырыуҙар бүлегендә мөхәррир булып эшләй.
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнғән (1985).
Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында шағир тыуып үҫкән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған .
«Китап» нәшриәтендә Яҡуп Ҡолмойҙоң һайланма әҫәрҙәре донъя күргән.
2013 йылдың май айында Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуған ауылында шағир иҫтәлегенә арналған һәйкәл (бюст) ҡуйылды. Постаментына алтынһыу хәрефтәр менән «Шағир Яҡуп Ҡолмойға, кавалерисҡа» тип яҙылған.

Өфөлә Яҡуп Ҡолмой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ҡанаҡай урта мәктәбенә шағирҙың исеме бирелгән. Бында әҙиптең музейы ойошторолған.

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас