Файҙалы эштәр йылы
13 Сентября 2023, 05:28

Быйыл Ҡытайҙағы мәктәптәрҙең береһенә беренсе класҡа бер юлы 12 пар игеҙәк барған

Ҡыҙ игеҙ парҙары малай игеҙ парҙарына ҡарағанда күберәк булып сыға. Биш пар игеҙәк малай һәм ете пар ҡыҙ бер класҡа урынлаштырыла.Уҡытыусыларға буталмаҫ өсөн ата-әсәләр балаларҙың кейеменә махсус наклейкалар эшләтеп, уларҙы балаларҙың мәктәп формаһына йәбештергән.

Баҡһаң, был тәүге осраҡ түгел икән. Был мәктәп игеҙәктәр менән дан тота ти. 2021-2022 уҡыу йылында унда, мәҫәлән, 13 пар игеҙәк уҡыған.
Ә һеҙҙең класығыҙҙа игеҙәктәр бармы? 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас