Өлкәндәр араһында:
I урын – Гөлшат Лоҡманова, Учалы районы Мәҫкәү ауылы.
Балалар араһында:
I урын – Сабанаев Айназ, Ауырғазы районы Яңы Кәлсер мәктәбенең VII класс уҡыусыһы. Етәксеһе - Нурсилә Иҙрисова.
Шулай уҡ уңышлы тип табылған түбәндәге эштәрҙе жюри “Ижади оҫталыҡ” номинацияһында билдәләп үтте.
Бына улар:
Йәмилә Хәйбуллина, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының өҫтәлмә белем биреү педагогы;
Филүзә Харрасова, Күмертау ҡалаһы М. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Зилдә Мәүлитова, Учалы районы Ташҡыя ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәр барыһы ла “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Почет грамотаһы менән, ә барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа Мәжит Ғафури фондының Почет грамотаһы менән бүләкләнәсәк.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уңыштар теләйбеҙ!
Артабан да беҙҙең менән ҡалығыҙ!