Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Сентябрь 2023, 11:44

Башҡорт уйынсыҡтарын етештереүселәр. Кемдәр улар?

Бөгөн Өфөләге Совет майҙанында "Әйҙә, играть" фестиваленең икенсе көнөн күҙәтәбеҙ. Тиҙҙән бында Йәнһүрәт геройҙары парады уҙасаҡ, ситтәрәк Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған уйынсыҡ етештереүселәрҙең күргәҙмәләре урын алған. Ә башҡорт уйнсыҡтарын етештереүселәр, кемдәр улар? Уларҙың береһе тип “БашТой” компанияһын атарға була.

Башҡорт уйынсыҡтарын етештереүселәр. Кемдәр улар?
Башҡорт уйынсыҡтарын етештереүселәр. Кемдәр улар?
 “БашТой” компанияһы 2018 йылда киң йәмәғәтселек араһында башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар менән билдәлелек яулағайны. Артабанғы эштәрен башҡорт һәм татар телдәрен үҙләштереү мөмкинлеген биргән планшет һәм смартфондар сығарыу менән дауам итте.

“Башҡорт телендә һөйләшкән уйынсыҡтар эшләү идеяһы үҙем атай булғас тыуҙы”, - ти “БашТой” компанияһының директоры Фәнзил Әҙелбаев. Артабанғы эшмәкәрлек ғаиләлә ике ул тыуғас тормошҡа ашырала башлай.
Башҡорт һәм татар телдәрендә сығарылған балалар планшетында 40-лап ҡыҫҡа йыр һәм 80-гә яҡын ике юллыҡ шиғырҙар ингән. Алфавит, һандар, төҫтәр, хайуан исемдәре, шулай уҡ биш төрлө йыр тыңлап була. Барлыҡ шиғырҙар һәм йырҙар бер-береһен ҡабатламауы менән үҙенсәлекле.
Балалар смартфоны иһә, иң кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән музыкаль уйынсыҡ. Бында 10 төрлө хайуан атамаһы, 4 бейеү көйө, 4 хайуандар тауышынан торған күңелле микс тупланған. Уйынсыҡтарҙың ҡаптары ла махсус дизайн менән эшләнгән. 

Улар Санкт-Петербург ҡалаһында уңышлы һынау үтеп, хәүефһеҙлек сертификатына эйә була.
БашТой проектының төп маҡсаты - туған телдең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, уны заманса һәм популяр итеүгә өлөш индереү. Сөнки заманса уйынсыҡтар балаларға уйын барышында туған телен өйрәнергә ярҙам итә. 
Авторҙар фекеренсә, тап бәләкәй йәштән туған телен ишетеп үҫкән бала телдең үҙенсәлеген һәм байлығын яҡшыраҡ аңлаясаҡ. Уйынсыҡтарҙы булдырған саҡта филологтарҙың ғына түгел, психологтарҙың да фекерҙәре, тәҡдимдәре иҫәпкә алынған.
Башҡорт һәм татар телдәрендәге уйынсыҡтарҙы https://bashtoy.ru сайты аша һатып алырға була. Уның өсөн Интернетта ғариза ҡалдырырға кәрәк, артабан һеҙҙең менән менеджер бәйләнешкә инеп, кәрәкле уйынсыҡты ҡайҙан нисек алырға икәнен аңлатыр.
“БашТой” компанияһы балалар баҡсалары, шәхси эшҡыуарҙар менән эшләргә әҙер, күмәртәләп алғанда ташламалар ҡаралған. 
"БашТой" компанияһына артабан да милли уйынсыҡтар етештереү буйынса изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Башҡорт уйынсыҡтарын етештереүселәр. Кемдәр улар?
Башҡорт уйынсыҡтарын етештереүселәр. Кемдәр улар?
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: