Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Сентябрь 2023, 18:39

Башҡортостанда “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты бара

Унда илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь һәм Үзбәкстандан студент командалары ҡатнаша.

Башҡортостанда “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты бара
Башҡортостанда “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты бара

Ҡатнашыусылар аҙна дауамында геология буйынса белемдәрен күрһәтә. Чемпионат Шишмә районындағы "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында бара.
Конкурсанттар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, проекттарын яҡлай.

Федераль ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу агентлығы етәксеһе Дмитрий Олейник әйтеүенсә, сара лайыҡлы кадрҙар әҙерләү маҡсатынан сығып ойошторола. Чемпионат еңеүселәренә тармаҡтың алдынғы ойошмаларында стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә.

Сара 22 сентябрҙә тамамлана.
Сығанаҡ: "Юлдаш"

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: