Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Сентябрь 2023, 13:24

2-се республика полилингваль күп профилле “СМАРТ” гимназияһында “Берҙәмлектә – көсөбөҙ” акцияһы уҙҙы

Ул Украинала барған хәрби махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән ойошторолдо.Мәктәп гөрләп торҙо, уҡытыусылар менән берлектә егәрле, алтын ҡуллы әсәйҙәребеҙ ҙә һалма ҡырҡырға йыйылды. Һалма йәйеп ҡырҡыу, ҡамыр баҫыу өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлекте улар өйҙәренән алып килде.

Һалманы йәйеп, ҡырҡып киптергәндән һуң, контейнерҙарға тултырып, ил өсөн көрәшкән аҫыл ир-уҙамандарға ебәрҙек.
Батыр ир-егеттәребеҙгә һалма аша йөрәк һәм ҡул йылыһы барып етеп, көс-ҡеүәт өҫтәр тип ышанабыҙ.
Барыбыҙға ла ил тыныслығы, һалдаттарыбыҙҙың имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

М.Р. ҒИРФАНОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: