Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы Лоҡманова.
ШАҒИРҒА МӘҘХИӘ
Ҡаран шишмә буйында,
Гүзәл Еҙем ярында,
Ауаз һала донъяға
Нурғәни улы Мәжит
Йәйҙең йәмле мәлендә.
Бала саҡтан зирәклеге
Һоҡландыра күптәрҙе,
Тиҙ үк ятҡа бикләп ҡуя
Ишеткәнде-күргәнде.
Ситән башына баҫып
Йомаҡ - әкиәт һөйләй ул.
Таңдан тороп дәрес ҡарай,
Ялҡаулыҡты һөймәй ул.
“Мәжити ҙә гәзити” тип
Үсектерһә ағаһы -
Һис үпкәләүҙе белмәй
Маҡтап тора барсаһы.
Моңло итеп йыр һуҙһа,
Барса халыҡ таң ҡала.
Шағир итеп үҫтерә уны
Өфө һынлы баш ҡала.
Эшсе халыҡты хуплау,
Сағыла шиғырында.
Ас-яланғас булһа ла
Уҡыу була уйында.
Мәҙрәсәнән – мәҙрәсәгә
Ғилем эстәп юл яра.
Ишан Зәйнуллала уҡый,
Йәйәү үтеп күп ара.
Эҙәрләүҙәргә бирешмәй,
Халҡы өсөн көрәшә.
Ярлы-зарлы халыҡҡа
“Ынйы-гәүһәр” өләшә.
Сафия апаһы яҙмышы
Сағыла - “Ғәлимә”лә.
Уртаҡ яҙмышты ҡабатлай
“Өйҙәш ҡатын”– Йәмилә.
Йәй айҙары көндәр буйы
Шахталарҙа бил бөгә.
Закир, Шакир Рәмиевтар -
Дәрдмәнд атлы шағирға.
Тормош баҫҡыстарын үтеп,
Нығына Ғәбделмәжит.
Бөйөк шағир итеп данлай
Халҡым уны яратып.
Дан исемең йөҙ йыллығын
Билдәләйбеҙ алҡышлап.
Көйҙәр көйләп, йырҙар йырлап,
Шиғыр яҙам бағышлап.