Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Сентябрь 2023, 22:15

MarketResearch-2023

Башҡортостанда 18 йәштән 25 йәшкә тиклемге республика бакалаврҙары өсөн маркетинг тикшеренеүҙәре марафоны үтәсәк. Проекттың маҡсаты - маркетинг өлкәһендә профессиональ эшмәкәрлек алып барыуға ярҙам итеү. Проект ярыш форматында үтә.

MarketResearch-2023
MarketResearch-2023

Ҡатнашыу өсөн 3-5 кешенән торған команда йыйып, һылтанма буйынса теркәү үтергә кәрәк. Команда ғәмәлдәге эшҡыуарҙарҙан техник күнекмә аласаҡ - маркетинг тикшеренеүҙәре планын төҙөргә һәм уны тормошҡа ашырырға кәрәк буласаҡ. Шунан һуң һөҙөмтәләрҙе тикшереү һәм яҡлау күҙаллана. Ә аҙаҡтан профессиональ берләшмә ағзалары ҡатнашлығында конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү.

 Ҡушылығыҙ һәм һәләтегеҙҙе үҫтерегеҙ, 2023 йылдың 10 октябренә тиклем теркәлергә була. Тулыраҡ мәғлүмәт, үткәреү ваҡыты һәм положение - «MarketResearch-2023» студент марафоны төркөмөндә Ойоштороусылары: Профессиональ маркетологтар ассоциацияһы менән берлектә Финанс университетының Өфө филиалы. Проект "Росмолодежь" агентлығы гранты булышлығында, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм Эшҡыуарҙар ассоциацияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: