Файҙалы эштәр йылы
28 Сентября 2023, 15:44

БЕҘ БЕРҘӘМ

28 сентябрҙә Донецк Республика балалар һәм үҫмерҙәр ижад йорто ҡатнашлығында "Беҙ берҙәм" ижади телекүпер үткәрелде. Телекүперҙе Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Өҫтәлмә белем биреү региональ методик үҙәге ойошторҙо.

БЕҘ БЕРҘӘМБЕҘ БЕРҘӘМ
БЕҘ БЕРҘӘМ

Өҫтәлмә белем биреү педагогы көнөнә арналған сараға "Йөрәгемде балаларға бирәм" Бөтөн Рәсәй конкурсының абсолют еңеүсеһе Татьяна Евгеньевна Воробьева саҡырылғайны. Ул Донецк Республикаһындағы хеҙмәттәштәренә тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Телекүпер барышында балалар үҙенсәлекле ҡотлау открыткаһы эшләне. Ике яҡ балалары ла педагогтарҙы ихлас ҡотлап, изге теләктәрен открыткаға яҙҙы һәм уҡып та ишеттерҙе.
Бындай саралар балаларҙың ижади фекерләүен киңәйтеү менән бер рәттән аралашыу ҡеүәһен дә үҫтерә.

БЕҘ БЕРҘӘМ
БЕҘ БЕРҘӘМ
БЕҘ БЕРҘӘМ
БЕҘ БЕРҘӘМ
БЕҘ БЕРҘӘМ
БЕҘ БЕРҘӘМ
БЕҘ БЕРҘӘМ
Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас