Педагог һәм остаз йылында, Халыҡ - ара Уҡытыусылар көнө алдынан ошондай йәмле һәм йәнле сара үткәреп, педагогтар һәм остаздар хөрмәтенә һәйкәл асыу - бар ғүмерен, һәләтен, сәләмәтлеген киләсәк быуынды тәрбиәләүгә биргән Уҡытыусыға тәрән хөрмәт билдәһе ул! Илеш районы етәкселәренә, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәренә һәм уҡытыусыларға ҙур рәхмәт!
Был күркәм һәйкәл уҡытыусыларҙы ла, уҡыусыларҙы ла белем алырға һәм ошо юлда белем үрҙәрен нығыраҡ яуларға һәр саҡ рухландырып торһон!
Бөтә педагогтарҙы һәм остаздарҙы Халыҡ - ара Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым, белем һәм тәрбиә биреү эшендә ҙур уңыштар теләйем!, - тине педагогик журналдың баш мөхәррире Салауат Кәримов.