Өс геройҙың аҫыл төйәге
Көйөргәҙе районы Кинйә ауылынан өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан –
Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин.
Тыуған ерем, ҡөҙрәттәрең көслө,
Һин – намыҫы эшсән халҡымдың,
Аҡыл хазинаһы – изгеләрҙең,
Яҡты нуры ошо аҡылдың.
Тыуған ерем, тартыу көсөң һәр саҡ
Саҡырыр ҙа торор мине лә,
Хис-тойғолар гөлләмәһе һиңә,
Арҡаларҙан һөйгән еле лә.
Өс геройҙың аҫыл төйәге һин,
Кинйәабыҙ – данлы ауылдың,
Кемгә тәтей әле бындай бәхет,
Шөһрәт балҡышына ҡабындың.
Тыуған яғым, ғүмер-ғүмергәсә
Тупрағыңдан татлы һут алдым,
Батырҙарың менән ғорурланып,
Күңелгә ҡот, йәнгә ут алдым.
Бирешмәҫ ул заман елдәренә,
Ҡалмаҫ һис тә ерҙә юғалып,
Кинйәабыҙ, мәңге балҡып йәшә,
Батырлыҡҡа тура юл һалып...
Боронғонан килә
Тәмле-татлы ризыҡ өҫтәл тулы,
Күркәм табын – һыйҙың муллығы!
Боронғонан килә был йомартлыҡ,
Көҙгө байлыҡ – үҙе йыл һыйы.
Боронғонан килә халҡыбыҙҙың
Уңғанлығы, бөтмөр булмышы,
Нәҫел-нәсәптәрен ҡыуандырыр
Тирен түгеп тапҡан уңышы.
Матур йола – тирә-яҡты һыйлау,
Йомарт ҡулдың артыр малы ла,
Етем-еҫерҙәрҙе онотмау ҙа
Шәфҡәт өҫтәп торор тағы ла.
Шундай йолалар бар халҡыбыҙҙа...
Юғалмаһын ине тормошта,
Онотмаһаҡ изге ғәмәлдәрҙе,
Бәҫең, ғәмең артыр булмышта...
Изге һөнәр
Барлыҡ табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына арнала.
Эстән генә доғаларҙы уҡып,
Аллаһ ҡөҙрәтенә инанып,
Әжәлдәрҙән йолоп ҡалаһығыҙ,
Күңел төпкөлөндә йыуаныс.
Эшегеҙҙә һеҙҙең көс бирәлер
Таҙа намыҫығыҙ алдында,
Кешеләрҙең йәшле күҙҙәрендә
Өмөт сатҡылары янғанда.
Таң һыҙыла... Һеҙ һаман да эштә,
Төндәр үтмәгәндер еңелдән,
Һеҙҙең сабырлыҡтан, тырышлыҡтан
Ауыр сирҙәр ҙә бит еңелә.
Күңел тыныслығы бирһен Хоҙай,
Эштәрегеҙ барһын уң ғына,
Изге һөнәр мәрхәмәтен биргән
Һеҙ һайлаған ошо юл ғына.
Мәтрүшкәләр еҫе
Мәтрүшкәләр еҫе тулды өйгә,
Тыуған яҡтың таныш еҫтәре,
Үҙ яғымдың тартыу көстәренә
Әле булһа китә иҫтәрем.
Мәтрүшкәләр йыйып, сәйҙәр эсһәм,
Елһенеүҙәр китер юғалып,
Бошоноуҙар ҡасыр күңелемдән,
Яраларым китер уңалып.
Тыуған яғым, йәмле йәйҙәреңә
Ҡайта алһам әгәр быйыл да,
Йәндәремә дауа алыр инем,
Мәтрүшкәле – сәйле һыйыңдан.
Үләндәрең тәме, дауаһы ла
Һаҡланырҙар телем осонда,
Йән рәхәте алам ошо мәлдән,
Көйһөҙләнеп, күңел, бошонма...
Кешеләрҙең аҡ бәхете өсөн
Болоттарға башым тейеп ҡала,
Хайран итә хыял ағышы,
Йәннәт ҡапҡалары асылғандай,
Дөп-дөп тибә йөрәк ҡағышы.
Аҡлыҡ ҡына, аҡлыҡ солғап алды
Мин яратҡан яҡты донъямды,
Кеше күңелдәрен ҡарайтмайса,
Йәшәһәксе, тиеп уйландым.
Ярҙарынан ташып йылға аға,
Сағыу яҙҙарында ашығып,
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәһәксе, тием ашҡынып.
Кешеләрҙең аҡ бәхете өсөн
Йөрәгеңдә гөлдәр үҫтереп,
Йәшәһәксе – намыҫыбыҙ беҙгә
Ҡеүәт өҫтәп торор, көс бирер.
Донъя уйын кеүек
Донъя, әйтерһең дә, уйын инде,
Кемдер ота, кемдер еңелә,
Эй, тырмашып, кемдер тауға үрләй,
Ауыр йөгөн һалып иңенә.
Бер мәл хәлдән тайып йығылыр ул,
Күктәренә төбәп күҙҙәрен,
Һәм йылмайып ҡуйыр һуңғы сиктә,
Онотолмаҫ яҡты эҙҙәре.
Уйын дауам итер һис туҡтамай,
Шулай булған, шулай буласаҡ,
Кемдәр ихтыярын егә белә,
Шулар был тормошта уңасаҡ.
Әсәй доғалары ҡотҡарыр
(Әсәйле балалар һүҙе)
Алыҫ юлдарыма сығып барам,
Доғаларың, әсәй, уҡып ал,
Һин уҡыған саҡта доғаларың,
Шикле уйҙарымдан ҡотолам.
Теләктәрең, әсәй, юш килһендәр,
Әйткән һүҙҙәрең дә яғымлы,
Изгелеккә илтер аяттарың
Ҡояш нуры булып ағылһын.
Тормош ҡойононда тороп ҡалһам,
Ҡотҡарырҙар һинең доғалар,
Яҡлау көсөң, әсәй, һаҡлау көсөң,
Бирештермәҫ мине шуға ла.
Күңел тулды
Күңелең тулды нилектән, тип,
Һорамағыҙ бер ни ҙә,
Уйҙар дауылдары ҡубып,
Хәтеремде тергеҙә.
Үткән, бөткән, тиһәләр ҙә,
Үткәндәр китә алмай,
Улар һинең янда ҡала,
Тәҡдирҙе ташлай алмай.
Күңел тулды, һөртөп алдым
Тамып ҡалған йәшемде,
Үткәндәрем дауылдары
Хәтеремә йәшенде.
Батырҙар һыны алдында
Ҡайнап торған ут эсендә
Үлем менән алышып.
Һаман алға ынтылдығыҙ,
Хыял менән ҡыуышып.
Ут эсендә тыуған йырҙар
Терелтте мөхәббәтте.
Һеҙҙең тиңһеҙ ғүмерегеҙ –
Сабыйҙарҙың бәхете.
Ут эсенән иҫән ҡалған
Яугир һалдаттар сафта.
Һеҙҙең тормош ҡанундары –
Батырлыҡ һәм хаҡлыҡта.
Баш эйәбеҙ саялыҡҡа,
Үлемһеҙлек алдында.
Мәңгелек ут янһын ерҙә,
Ҡайтмағандар һынындай...
Үҫһендәрсе шаян ейәндәрем
Сыңғыр-сыңғыр ғына сыңғырлатып,
Кемдәр көлә икән янымда,
Үҙекәйемде бәхет тирбәлдерә,
Шат тауыштар тирә-яғымда.
Хәлдәремдең ниндәй сағында ла
Сабыйҙарҙың йондоҙ күҙҙәре
Хаяһыҙлыҡ аҙымынан һаҡлар,
Ҡалһын ине яҡты эҙҙәрем.
Тәтелдәшеп хәбәрҙәрен һөйләп,
Алдаштыра улар, йыуата,
Эскерһеҙлек балҡый йөҙҙәрендә,
Унда киләсәкке уй ята.
Өләсәйҙең шифа ҡулы тейһә,
Сабып китә осор толпарҙай,
Урап үтһен барлыҡ көйөнөстәр,
Кәйеф китмәһенсе юҡ-барҙан.
Үҫһендәрсе шаян ейәндәрем,
Изгелектең тойоп йылыһын.
Тамыр йәйһен сабый күңелендә
Һөйөүҙең дә иң-иң олоһо.