Әгәр тыңлаһалар, бына нимә ишетерҙәр ине:
Эшегеҙҙе хеҙмәт урынында ғына башҡарығыҙ. Өйгә алып ҡайтмағыҙ, өйҙә кеше ял итергә тейеш.
Балалар ата-әсәләренең өйгә эш алып ҡайтыуына аптырай. Йәнәһе, “эштән ҡайталар ҙа тағы эшкә ултыралар”. Ә улар кискеһен бергә күңелле ял итергә, уйнарға көтөп тора. Өмөттәре аҡланмағас, үпкәләп тә ҡуялар.
Тыңлай белегеҙ.
Балалар үҙҙәрен өлкәндәрҙең тыңлай белмәгәненә ғәжәпләнә. Берәй нәмә һөйләргә йыйынған бәләкәстәрҙе йыш ҡына: “Аҙаҡ, балам, әле ваҡыт юҡ”, – тип кире ҡағаһығыҙ. Аҙаҡ тағы ла ваҡытығыҙ булмай, ваҡытығыҙ етмәй. Һуңынан инде баланың һөйләргә теләге ҡалмай. Шунан: “Мине тыңламайҙар, аңламайҙар”, – тип үҙ-үҙенә бикләнә.
Ә бит балалар үҙҙәре иҫ киткес иғтибарлы итеп тыңлай белә. Ата-әсәләргә, өлкәндәргә уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин.
Йылмайығыҙ!
Балаларығыҙҙы йышыраҡ күҙәтегеҙ: нисек улар юҡтан да ҡыуаныс табып йылмая, көлә. Хатта рәхәтләнеп шарҡылдай. Сабыйҙарҙың көлөүенә тирә-яҡ та йәмләнеп китә. Бәләкәстәрегеҙ менән йылмайып-көлөп аралашһағыҙ, донъя бәхеткә күмелер.
Ихлас булығыҙ.
Балалар алдашҡанды яратмай һәм аңламай: үҙҙәре ихлас булғас, бүтәндәрҙә лә шуны күрергә теләй. Шатлана икән – бер кемдән дә йәшермәй, ҡыуана, һикерә. Ҡыйын икән – аҡырып илай, ауыртыуын белдерә, күҙ йәштәренә ирек ҡуя. Ярата икән – муйыныңа килеп аҫылына, ҡуйыныңа һыйына. Ата-әсәләрҙең дә шулай ихлас булыуын, хистәрен йәшермәүен теләй.
Балаларҙың ошо кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ, хөрмәтле ата-әсәләр! Күрерһегеҙ: донъяла йәшәүе лә еңелерәк тойолор, үҙегеҙҙе лә тирә-яҡтағылар ихласлыҡ менән солғап алыр!
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре