Рәсәй геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтова Рәйсә Минеғәле ҡыҙы Ишембай ҡалаһының, Республикабыҙҙың ижади эшләгән уҡытыусыларының береһе. Уҡытыусы үҙенең педагогик эшмәкәрлегендә Ю.В Меженконың “Терәк конспекттар менән уҡытыу”, Л.В.Занковтың “ Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә дифференциаль уҡытыу алымдары” хеҙмәттәрен өйрәнеп, үҙенең эш тәжрибәһе менән “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем бүлешә. Башҡорт теле буйынса терәк конспекттарын китап итеп баҫтырып сығара. Рәйсә Минеғәле ҡыҙы Мәғариф Министрлығы етәкселәре менән берлектә Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостандың бик күп райондарында башҡорт телен уҡытыу буйынса методик ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса курстар үтеүсе уҡытыусылар, Стәрлетамаҡ педагогия университеты студенттарына “Оҫталыҡ дәрестәре” күрһәтеп, үҙенең эш тәжрибәһе менән ихлас бүлешә. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыусы уҡытыусылар өсөн үткәрелгән семинарҙарҙа методик кәңәштәре менән сығыш яһай. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты үткәргән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, хеҙмәттәре конференция буйынса баҫтырылған йыйынтыҡтарҙа донъя күрә. Уҡытыусының методик күрһәтмәләре, терәк конспекттары, методик алымдары башҡорт теле уҡытыусыларының дәрес әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә булған ауырлыҡтарын еңелләштереүгә, оптималләштереүгә ҡоролған.
Рәйсә Минеғәле ҡыҙының ғорурлығы - туған тел буйынса үткәрелгән Төбәк-ара олимпиадала еңеүселәре, призерҙары: Ғайсин Динар, Искәндәров Дим, Ғәйнуллин Рушан, Ғайсина Әлфиә, Байғужина Айбикә, Республика Башлығының премияһы һәм М.Аҡмулла исемендәге педагогия университеты “Илһам” конкурсы еңеүселәре Гайсин Динар, Гайсина Әлфиә. Уҡытыусының күп кадеттары Фән һәм технология университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Аҡмулла исемендәге педагогия университетын тамамлап, мәғариф өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөйҙәр: Ҡотләхмәтова Флүзә, Вәлиева Лена, Маликова Лилиә, Гайсин Динар, Гайсина Әлфиә һ.б. Кадет корпусын тамамлаған һәр уҡыусы ҡайҙа ғына уҡыһа ла, эшләһә лә Рәйсә Миниғәлеевнаға оло рәхмәтен белдерә, аралашып, кәңәшләшеп тора. Шайбаков Алмаздың әйткән һүҙҙәрен килтереү ҙә етә. “Минең Өфө нефть техник университеты студенты булыуымда һеҙҙең ролегеҙ бик ҙур. Һеҙ мине сәхәнәлә сығыш яһарға, аудитория алдында юғалып ҡалмаҫҡа, һәр ерҙә әүҙем булырға, ҡуйған маҡсаттарға өлгәшергә өйрәттегеҙ, һеҙгә ҙур рәхмәтлемен, университетта ла актив тормош алып барам”.Ошо көндәрҙә Алмаз Һауа-десант ғәсҡәрҙәре командующийы Генерал-майор Алексей Рагозиндың “Рәхмәт хат”ын Башҡортостан Башлығы Хәбиров Радий Фәрит улының ҡулынан алыуы тураһында хәбәр итте.
Уҡыусыларының шылтыратып, хәл белешеп, уңыштары менән уртаҡлашып тороуҙары менән бәхетле Рәйсә Минеғәле ҡыҙы.
Рәйсә Миниғәле ҡыҙының төп маҡсаты: белем биреү менән бер рәттән уҡыусыларҙа юғары әхләҡи ҡиммәттәр, милли рух, телһөйәрлек, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү, бөгөнгө көндә Ватанына тоғро булған, ижади фекерләүсе, һәләтле шәхес үҫтереү.
Э.М. Ғәләүетдинова,
Рәсәй геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Ишембай ҡалаһы.