Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
8 Ноябрь 2023, 14:49

Остаз юлынан яңы үрҙәргә ынтылыу

Иҫ белгәндән алып уҡытыусы булырға теләнем. Башланғыс кластарҙа уҡығанда үҙ класымдың бөтә уҡыусылары исемлеге булған журнал алып барҙым. Ҙур теләк менән баһалар ҡуйҙым. Өлкән кластарҙа иһә мәктәп сараларын үткәрергә яраттым, радио, телеведениела балаларға арналған тапшырыуҙар алып барҙым. Остазым Башҡортостандың атҡазанған уҡытыусыһы Көнһылыу Ғайсар ҡыҙы юлынан атлайым.

Остаз юлынан яңы үрҙәргә ынтылыу
Остаз юлынан яңы үрҙәргә ынтылыу

Күптән түгел Өфөлә Конгресс-холл "Торатау" сәхнәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын хөрмәтләү һәм тәбрикләү тантанаһы үтте. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин уҡытыусыларға, белгестәргә хөрмәт белдерҙе.
- Барлык уҡытыусыларға рәхмәт әйткем килә. Улар бар ғүмерен балаларыбыҙға белем биреүгә, уларҙы тәрбиәләүгә бағышлай. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда милли телдәрҙе һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һәм был форум үтеүе быны тагы ла бер тапкыр иҫбатлай, - тине Илдар Марат улы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, сатраш уйыны буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына Башҡортостан Хөкүмәтенең аксалата сертификатын тапшырҙы. Тәбрикләнеүселәр араһында Түбән Йәркәй лицейынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ленара Вәлиева ла был мәртәбәле премияга лайыҡ булды.

- Иҫ белгәндән алып уҡытыусы булырға теләнем. Башланғыс кластарҙа уҡығанда үҙ класымдың бөтә уҡыусылары исемлеге булған журнал алып барҙым. Ҙур теләк менән баһалар ҡуйҙым. Өлкән кластарҙа иһә мәктәп сараларын үткәрергә яраттым, радио, телеведениела балаларға арналған тапшырыуҙар алып барҙым. Остазым Башҡортостандың атҡазанған уҡытыусыһы Көнһылыу Ғайсар ҡыҙы юлынан атлайым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән минең беренсе дәрестәрем, еңеүҙәрем, маҡсаттарым, барыһы ла уның менән бәйле булды. Сәнғәтле итеп шиғыр һөйләргә, матур итеп инша яҙыу, баян көйөнә ҡушылып йырларға өйрәнеү ҙә бөгөнгөләй хәтеремдә. Башҡа фәндәр күңелемә яҡын булһа ла, шундәй зирәк, бар яҡлап килгән, көслө уҡытыусым булғанға, мин баласаҡ хыялыма тоғро ҡалдым.

Остазым кәңәше менән  Нефтекама ҡалаһы Башҡорт  дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен алдым.

Хеҙмәт юлымды Теләкәй ауылы мәктәбендә башланым. Тәүге тапҡыр мәктәпкә ингәндә ныҡ тулҡынланғанымды, ә инде мәктәп директоры Фәриә Мәғрүф ҡыҙы   алдында нимә әйтергә лә белмәй торғанымды әле лә хәтерләйем.

Артабан Түбән Йәркәй лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре уҡыта башланым. Тиҫтә йылдан артыҡ эшләгән был мәктәптә шундай яҡшы коллегалар менән осраштырғанына яҙмышыма рәхмәтлемен. Яңы үрҙәргә илһамландырған уҡыусыларыма һоҡланып туя алмайым. Хеҙмәтеңден емештәрен татыу оло бер ҡыуаныс. Бындай мәртәбәле бәйгелә еңеүем һуңғыһы булмаҫ, тип ышанам.

 Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәйем. Икенсе өлкәлә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Каникулдарҙа уҡыусыларымды һағынып өлгөрәм. Улар менән эшләүе ҡыҙыҡ. Әлбиттә, бөгөн педагогтарға заман менән бергә атларға, ҡайһы берҙә ҡараштарын үҙгәртергә тура килә. Уҡыусыларға предметты өйрәтеп кенә ҡалмайбыҙ, ә оло тормошҡа әҙерләйбеҙ, дөрөҫ юл һайларға ярҙам итәбеҙ. Киләсәктә беҙ биргән кәңәштәрҙе тотһалар, беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Уҡыусыларҙың фекеренә лә ҡолаҡ һала белергә кәрәк. Уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа – уҡыусыларының рәхмәт һүҙен ишетеү һәм уларҙың уңыштарын күреү, - ти Ленара Рифҡәт ҡыҙы.

Ленара Вәлиева  педагогия өлкәһендә 13 йыл стажы булған тәжрибәле уҡытыусы. Уҡыусылар менән республика кимәлендәге бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар алалар. 2022 йылда районда үткән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында үҙен һынап ҡараны һәм номинацияға лайыҡ булды.  Шулай уҡ уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ла еңеүҙәргә өлгәшә. 2020 йылда ауыл мәктәбендә эшләгән 35 йәшкә тиклем укытыусыларға тәғәйенләнгән грантка ла лайыҡ булды.

Ленара Рифҡәт ҡыҙы ғаиләһендә лә ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше. Тормош иптәше Илнур Ансар улы менән өс малай тәрбиәләйҙәр.

Ленара Рифҡәт ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңы ҡаҙаныштар, үрҙәр яулауын һәм белем алырға ынтылған уҡыусыларының күберәк булыуын теләп ҡалабыҙ.

Ф. Алтапова, Түбән Йәркәй лицейының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: