Файҙалы эштәр йылы
8 Ноября 2023, 20:10

"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт"

География тиһәк, иң беренсе нәүбәттә нимә күҙ алдына килә? Әлбиттә, карта!Үткән быуат урталарында уҡ географ Н.Н. Барановский уҡытыусыларға "Географияны картаға таянып өйрәнеү" тигән ҡарашҡа таянып эшләргә тәҡдим итә.Мәктәптә география фәнен уҡытҡанда был алым һәр саҡ көнүҙәк булып тора.

"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт""Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт"
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт"

Бөгөн Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында Рус география йәмғиәте ағзаһы, географ- методист Сергей Павлович Уткиндың "Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" баҫмаһының презентацияһы булып үтте . Башҡортостан географияһы буйынса уйын-ярыш формаһындағы презентацияла гимназия уҡыусылары яңы баҫма буйынса "сәйәхәт итеп", тыуған яҡтың географик объекттары хаҡында белемдәрен нығытты, ҡалалар, йылғалар, күлдәр һәм башҡа тәбиғәт һәйкәлдәренең атамаларын хәтергә төшөрҙө.
Методист-географ тарафынан һәр яҡлап уйланылған ҡулланмаға мауығып, балалар бер ни тиклем ваҡытҡа гаджеттарҙы онотоп торҙо.
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт" өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы, ғаиләлә уйнау, хеҙмәттәштәр, туғандар һәм таныштар араһында ярыш-уйын ойоштороу өсөн дә ҡулай.

"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт"
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт"
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт"
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт"
"Географ. Башҡортостан картаһы буйлап сәйәхәт"
Автор:Гульнара Кускарбаева    
Читайте нас