0 °С
Болотло
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай. Дивизияның 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.
Миңлеғәле Шайморатовҡа 2020 йылда Рәсәй Геройы исеме бирелде.Һүрәттә: Өфөнөң Совет майҙанында асылған һәйкәл алдында Өфө ҡалаһының 149-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре.