Башҡорт халыҡ йырҙарын да йырлап ебәрәләр, шартлатып башҡортса шиғыр һөйләйҙәр, тыпырлатып бейеп тә ебәрәләр... Өфөнөң 3-сө гимназияһының данлы, рухлы, супер шәп уҡыусылары бит улар!, - тип бүлеште гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Рафаэль ҡыҙы социаль селтәрҙәге диуарында.
Бөгөн Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән мәктәп этабы олимпиадаһы 10 класс уҡыусыһы Тимерғәлиев Азаматтың Башҡорт халыҡ йыры "Сибай"ҙы башҡарыуы менән башланып китте. Әйткәндәй, Азамат данлы ҡурайсы, тележурналист Юлай Ғәйнетдиновтың ейәне икән!
Афарин! Ошондай рухлы йәштәребеҙ барҙа башҡорт теленең киләсәге өмөтлө, тип әйтергә була!
https://vk.com/id109856858