Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Ноябрь 2023, 17:02

Урал батырҙың тәүтөйәге Бөрйәндә, башҡалабыҙҙа - “Урал батыр” эпосы яңғыраны

Бөрйән Бөрйән буламы инде ҙур сараға үҙенсәлекле итеп әҙерләнмәһә?! Иҫ киткес шәп театрлаштырылған тамаша. Йылдар дауамында әҙерлекле балалар сығышы. Эпостың йөкмәткеһен тәрәндән өйрәнгән, эпостың эсендә мәғәнәһен аңлап йөҙгән шәп балалар!

Урал батырҙың тәүтөйәге Бөрйәндә, башҡалабыҙҙа  - “Урал батыр” эпосы яңғыраны
Урал батырҙың тәүтөйәге Бөрйәндә, башҡалабыҙҙа - “Урал батыр” эпосы яңғыраны

Был мәшһүр эпос ижад ителгән осор менән беҙ йәшәгән заман араһында тиҫтәләгән быуат ята. Шуныһы ғәжәп: кешенең күңел донъяһы йылдар арауығына ла, заман шауҡымына ла әллә ни бирешмәй. Яратыу – яратмау, яҡшылыҡ – яманлыҡ, киң күңеллелек – көнсөллөк, асыҡлыҡ – аҫтыртынлыҡ, ғәмлелек – битарафлыҡ, ихласлыҡ – ике йөҙлөлөк, йомартлыҡ – һаранлыҡ һәм башҡа шундай төшөнсәләр әллә ни үҙгәрмәгән тиерлек. Шундай уҡ ҡаршылыҡлы, шундай уҡ сетерекле улар. Кешенең күңел донъяһын тәшкил иткән ошо төшөнсәләр хаҡында беҙҙең тиңе булмаған бөйөк рухи ҡомартҡыбыҙ – “Урал батыр” эпосында:

                                 Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

                                  Кеше булһын затығыҙ!

                                  Яманға юл ҡуймағыҙ,

                                   Яҡшынан баш тартмағыҙ! – тигән юлдар -  Урал батырыбыҙҙың  һәр беребеҙ үтәһен өсөн әйткән васыяты яңғырап, өс көн дауамында мул һыулы Ағиҙелебеҙҙе сайҡалдырып, ҡаяларыбыҙҙы шаңғыратып, Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы һаналған, сал тарихлы, гүзәл ерҙә, халыҡ ижады ынйыларын үҙендә туплаған,иң боронғо эпик ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе – тәбиғәттең һәм кешелектең мәңгелеген данлаусы, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, әҙәби мираҫын тәшкил иткән үлемһеҙ эпосыбыҙ батырының тәүтөйәге булған мөғжизәле,  изге Бөрйән ерендә күңелдәргә үтеп инде.

Рух терелде, күс ойошор миҙгел –

Милләт ҡото ҡайтты Бөрйәнгә!

Сәсән телле Урал вариҫтары

Бер йән булып оран һалды илгә.

 Бөрйәнебеҙҙә өс көн барҙы XXV тапҡыр үткәрелгән “Урал батыр” эпосын башҡарыусы   йәш сәсәндәрҙең  төбәк - ара конкурсы. Сирек быуатлыҡ дәүер эсендә ошо мәртәбәле конкурста биш меңгә яҡын бала ҡатнашып, рухын үҫтергән. Ошо сараның уртаһында ҡайнаусы, Урал батырҙың васыятын йөрәге түрендә йөрөтөүсе халҡыбыҙ рухиәтен байытыусыларыбыҙ, рух һаҡсыларыбыҙ бөгөн илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә матур йәшәй һәм ил-йортобоҙға хеҙмәт итә.

Конкурсты рәсми асыу тантанаһында Бөрйән районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса башлыҡ урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиеваның конкурстың башланыу тарихы, рух байрамын уҙғарыуға күп көс һалыусы райондаштарыбыҙ башҡарған яҡшы эштәр, районда инде XXVII тапҡыр үткәрелгән был конкурстың мәртәбәһе артыуы, ҡатнашыусыларҙың төрлө яҡтан үҫеш алыуы хаҡындағы юғары баһалы сығышы, район етәкселеге исеменән әйткән рәхмәт һүҙҙәре, әлбиттә,  бик күп нәмә тураһында һөйләй.

Әйткәндәй, быйылғы йылда районда  балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып мәктәп уҡыусыларының әүҙем ҡатнашлығында XXVII тапҡыр  үткәрелде апрель айында был олуғ конкурс. Конкурстың сәхнәләштереү этабы районда  спектакль форматында үтте.

XXVII Төбәк-ара конкурсҡа ныҡлы әҙерлекле аяҡ баҫты конкурста ҡатнашыусы балаларыбыҙ.

  Бөрйән Бөрйән буламы инде ҙур сараға үҙенсәлекле итеп әҙерләнмәһә?! Иҫ киткес шәп театрлаштырылған тамаша. Йылдар дауамында әҙерлекле балалар сығышы. Эпостың йөкмәткеһен тәрәнтен өйрәнгән, эпостың эсендә мәғәнәһен аңлап йөҙгән шәп балалар!

Театр режиссеры Илнур Лоҡмановҡа, әлбиттә, әҙерлекле әртис балалар менән тамашаны сәхнәгә ҡуйыуы күпкә еңелгә тура килде. Сығыштар иҫ киткес булды. Сөнки беҙҙең балаларҙың алдан әҙерлеге бар ине, конкурстарҙа осрашып, сәхнәләштереп, өйрәнеп өлгөргәндәр ине инде.

“Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштереү  һәм эпосты яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурстары ике көн буйына бик сәмле барҙы.

     Сара рухы менән һуғарылған  киске ял программалары  ҡатнашыусылар күңелендә иҫ киткес шәп тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 Йомғаҡлау өлөшөн Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә, Шүлгәнташ  музей – комплексы амфитеатрында  , тау-ҡаялар төйәгендә, Урал батыр хаҡында халыҡ хәтере һаҡланған, телен, рухын, аҫабалыҡты тотҡан ерҙә – уның тарихи төйәгендә, тыуған илендә үткәреү ҙур мәғәнәгә эйә булды.

“Урал батыр” эпосын төрөк теленә тәржемә итеүсе, ғилми яҡтан өйрәнеүсе, бик күп йылдар баһалама ағзалары составында эшләгән Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге махсус премияны Баймаҡ районы Темәс мәктәбе уҡыусыһы Разалия Ибраһимова яуланы. “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбе уҡыусыһы Алтынай Ишбаеваға Силәбе өлкәһе Сосновка районы Сируси мәктәбе уҡыусыһы Зарина Фәләховаға, Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге лицей уҡыусыһы Зөлфиә Яхинаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бүләктәренКраснокама районы Яңы Бура мәктәбенән Илзидә Закаринаға, 147-се һанлы Өфө ҡалаһы мәктәбенән Асҡар Маликовҡа, Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһынан Мәҙинә Хәбибуллинаға, Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһынан Нургизә Әбделмәноваларға редакцияның махсус приздарын тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус бүләктәрен Йылайыр районының Исҡужа мәктәп – баҡса тәрбиәләнеүсеһе Йәмилә Яманғоловаға, Бөрйән районынан Айназ Ғиззәтуллинға һәм Ишимбай районының Маҡар мәктәбенән Искәндәр Һиҙиәтовҡа тапшырҙы. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Наҙгөл Ғәбитова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ образы” , ә  Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Илтимер Мырҙағолов “Иң яҡшы ир-ат образы” номинациялары еңеүселәре булдылар.

Призлы урындар буйынса беренсе урынға Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбенең ижади коллективы һәм Йылайыр районының Юлдыбай ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы ижади коллективтары лайыҡ булды. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге ғилми хеҙмәткәре, баһалама рәисе Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөббөтдинова бүләкләне.Яҡшы һөҙөмтә күрһәткән өсөн мәғариф һәм фән министрлығының дипломдарына Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбенән Нияз Баййегетов, Мәсәғүттең Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы уҡыусыһы Рияз Ғилметдинов, Баймаҡ районының Иҫке Сибай “Сулпылар” балалар  баҡсаһы – баланы үҫтереү үҙәгенән Ибраһим Мөхәмәтшин, Хәйбулла районының “Шатлыҡ” 3 – сө балалар баҡсаһынан Данияр Бикбов, Баймаҡ районы Сосновка мәктәбенән Дилбәр Фәритова, Учалы районы Ураҙҙағы Талха Ғиниәтуллин исемендәге лицейҙан Зөлхизә Аманова, Әбйәлил районы Красная Башкирия мәктәбенән Айсар Әхмәтшин, Туймазы ҡалаһының 7 – се мәктәбенән Алина Шәйбәковалар лайыҡ булдылар.

Бәйгене Интернет киңлектәрендә оҫта яҡтыртыусылар араһында “Мин - блогер” конкурсы еңеүселәре асыҡланды. Бөрйәнебеҙҙең йәш блогерҙары – “Бала саҡ навигаторҙары” иң-иңдәр исемлеген тәшкил итеп, бүләкләнделәр.

Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар араһында Стәрлетамаҡтың күп профилле һөнәри колледжынан Ләйлә Тимерғәлиева, Ғафури районы Сәйетбабалағы Жәлил Кейекбаев исемендәге мәктәптән Илһам Рәхимов, Баймаҡ ҡалаһының  “Айыуҡай” балалар баҡсаһынан Әҙилә Әминевалар өсөнсө урынға, Баҡалы районы Мостафа мәктәбенән Миләүшә Дусиева, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2 – се башҡорт интернат – гимназияһынан Яҙгөл ХәйруллинаМәсәғүттең Тимер Йосопов исемендәге республика интернат – лицейынан Аида Йомағужиналар икенсе урынға, ә Белорет  ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Регина Ғәлиева, Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбенән Розалиә Буранова  һәм Иҫке Монасип мәктәбенән Исмәғил Йыһануровтар беренсе урын яулап, мәғариф һәм фән министрлығының дипломына һәм туристик юлламаға  лайыҡ булдылар.

Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева, тылсымлы конвертты асып, Гран – при эйәһен – абсолют еңеүсе Өфөләге республика инженер интернат – лицейының 10 – класс уҡыусыһы Рәзинә Шахморатованы бүләкләне.

Эпосты беренсе кластан алып өйрәнеүсе еңеүсе ҡыҙ  ҡурайҙа уйнап, эпостан яратҡан өҙөгөн һөйләп ишеттерҙе. Еңеүенә ҡыуанысын белдерҙе һәм бәйгегә әҙерләүсе әсәһенә сикһеҙ рәхмәтен әйтте.  “Урал батыр” эпосын ятлап, тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы төптән белеүенә ҡыуаныуын йәшермәне. Һәм барлыҡ ҡатнашыусыларҙы рухи мираҫыбыҙҙы ҡәҙерләп һаҡларға һәм киләсәк быуындарға еткерергә өндәне.

Сара бик юғары кимәлдә үтте.

    Ысынлап та, һәр һуҡмағы, һәр ташы тарих һөйләүе менән билдәле еребеҙ -“Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күҫәк” кеүек күп эпостарҙы тыуҙырған һәм батырҙарыбыҙҙың изге эҙен һаҡлаусы төбәгебеҙҙә бөгөн  беҙ ҙә райондаштарыбыҙ менән халҡыбыҙҙың милли мираҫын һаҡлап ҡалырға  тырышып йәшәйбеҙ. Ә бит  98,5 % башҡорттар ҙы тәшкил итеүсе беҙҙең районыбыҙ демографик яҡтан ҡарағанда ла республикабыҙҙа тәбиғи үҫеш яғынан милләтебеҙҙең һанын һаҡлаған райондар иҫәбендә һанала. Башҡа милләт вәкилдәре лә районыбыҙҙа башҡортса матур һөйләшә.

XXV тапҡыр үткәрелгән “Урал батыр” эпосын бшҡарыусы йәш сәсәндәрҙең  республика  конкурсы халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм рухи мираҫыбыҙҙы үҫтереүҙә артабан да ҙур үҫешкә яңынан- яңы ҡанат ҡуйыр, ошо олуғ ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыуға ныҡ булышлыҡ итер,  ҡатнашыусылар һанын арттырыр, уларға яңынан – яңы мөмкинлектәр асыр, туризмды үҫтерер.

Районыбыҙҙың билдәле мәғариф хеҙмәткәре, район мәғариф бүлегенең ресурс үҙәге етәксеһе  Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендә районыбыҙҙа эшләп килгән республика “Ижади майҙан” комплекслы сара сиктәрендәге  туғыҙ майҙансыҡтың береһе - “Урал батыр” мәктәбе майҙансығы киң масштабта йәйелдерелеп, туҡтауһыҙ үҙенең сәсәндәрен донъя кимәленә сығарып, халҡыбыҙҙың мәңгелек йәшәйешенә өлөш индерер.

 Шуныһы ҡыуаныслы: “Урал батыр вариҫтары”  хәрәкәте, иң тәүгеләрҙән булып, Бөрйәндән баш алды. Әлеге көндә эпосты пропагандалау буйынса балалар белһен, өйрәнһен, күңеленә һеңдерһен өсөн ҙур өҙлөкһөҙ эштәр алып барыла. Ошоға үрелеп, “Урал батыр мәктәбе”, “Тәнәй Урал батырҙар”, “Өмөтлө киләсәк” проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла, йылда ла   “Беҙ – Урал батыр вариҫтары”, “Тамырым - башҡорт”, “Тәнәй Урал батырҙар” конкурстары даими ерлектә һөҙөмтәле үтә һәм балалар бик әүҙем ҡатнашалар, таратыу буйынса район – ҡалалар менән дә бәйләнешебеҙ көслө. Был олуғ эште ойоштороуҙа   һәр ваҡыт ҡатнашыусыларҙы күтәрмәләп, иғтибар итеп, яҡлап, күҙ уңынан ысҡындырмайынса, матди яҡтан да, һүҙ менән дә  үҫтереүгә дәртләндереп торған, ынтылыш биреүсе – районда үткән тәрбиәүи олуғ  эштәргә йән өрөүсе  район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфитдиновтың  хеҙмәт өлөшө, ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Әгәр етәксеңдән ярҙам булмаһа, әлбиттә, бындай юғарылыҡтарға сығыу мөмкитн түгел икәнлеге көн кеүек асыҡ.

Балалар һәм йәштәр араһында Бөтә Рәсәй  сәсәндәр конкурсында Әтек ауылынан Илмир Күжабаев лауреат исеме яуланы.

Халыҡ-ара фольклориада район өсөн яңылыҡ булманы. Фольклорҙың төйәге булараҡ, райондаштар ҙур әҙерлек менән  был сараны ла ихлас ҡаршы алғайны. Балалар араһында йәш сәсәндәр Айназ Ғиззәтуллин, Шәүрә һәм Сулпан Манаповалар ошо мөһим сарала ҙур уңышҡа өлгәштеләр.

 Хатта ике йәшлек балалар сәхнәлә сығыш яһап, юғары уңыштарға лайыҡ булдылар. Быға миҫал итеп, эпостан өҙөктәрҙе, апаһына эйәреп, матур ятлаусы еңеүсе - Ҡурғашлы балалар баҡсаһынан Фаягөл Асҡарованың исемен телгә алыу ҙа етә.Быйылғы төбәк- ара конкурста беренсе урын яулаусы Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусыһы Исмәғил Йыһануров,  билдәле сәсәниәбеҙ Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәеваның оҫтәлыҡ дәрестәренән отоп алып,  килешле итеп, хас эпос геройы булып, оҡшатып сығыш яһаны. Бында инде  республика конкурсына әҙерлеккә алдан  уҡ нигеҙ һалыуыбыҙ сәбәпсе булмай ҡалмағандыр, тип иҫәпләйем. Республикабыҙҙың сәхнә оҫталарын  йәлеп итеп,  районға саҡырып, оҫталыҡ кластары, балалар менән осрашыуҙар үткәреүҙең, уларҙы сығыш яһау оҫталығына өйрәтеүҙәрҙең  был тәңгәлдә әһәмиәте бик тә ҙур икәнлеген билдәләп үтеү кәрәктер, бындай сараларҙың, әлбиттә, еңеүгә алып килеүенә ышаныс та ҙур була.

ӨФӨ СӘХНӘҺЕНДӘ

 Ә инде 30 октябрь көнө Өфө ҡалаһында  Республика халыҡ ижады үҙәгенең  "Атайсал" мәҙәниәт һарайында барыбыҙҙы хайран иткән  Бөрйән уҡыусыларының  үлемһеҙ “Урал батыр” эпосы буйынса театрлаштырылған һоҡланғыс, мәртәбәле  тамашаһы быға асыҡ миҫал.. Уҡыусы – әртистәребеҙ – бәләкәс кенәләренән алып өлкән класта уҡыған, тырыш 60 бала юғары кимәлдә, матур сығыш яһанылар һәм үлемһеҙ эпостың төп мәғәнәһен тамашасыларға еткерә алдылар. 

Форсаттан файҙаланып, шуны ла  яҙып үтеү кәрәктер: республика кимәлендәге мәртәбәле сараны үткәреүгә һәр йәһәттән ярҙам иткән  районыбыҙҙың Өфөләге яҡташтар берлеге рәисе Ришат Хәжғәле улы Сабитов, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры директоры Рәфис Гәрәй улы Мөхәмәтйәнов, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы етәксеһе Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов,тамашаны сәхнәгә ҡуйыусы, йәш әртистәрҙең остазы, ижади ойоштороусы, талантлы  режиссер, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актеры һәм “Табын” Халыҡ ижады театры етәксеһе – Учалы районының Комсомол ҡасабаһында тыуып үҫкән Илнур Флүр улы Лоҡманов,  Генераль директор Салауат Илгиз улы Киреев етәкселегендәге Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Атайсал” мәҙәни үҙәге мөдире Заһир Таһир улы Ишкининдарға һәм  яҡташтарға Бөрйән районы муниципаль район  хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе,  уларға Рәхмәт Хаттарын тапшырҙы.

Ошонда - ҙур сәхнәлә, һәр изге башланғысты күтәреп алыусы, балалар менән  башҡалаға олуғ сараға үҙе бергә  килеп, дәртләндереп, мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, ҡурсалап алып йөрөүсе  хәстәрлекле  Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов   үҙ фекерен кинәйәле, районыбыҙға һәм тамашаны сәхнәгә ҡуйыусы оҫта  режиссер Илнур Лоҡман улы тураһында һоҡланыу тойғоһо уятып былай тине:

- Быуындан – быуынға күсеп килгән “Урал батыр” эпосы һәм Урал батырыбыҙ тыуған ерҙә бөрйәндәрҙең йәшәүе - ҙур мәртәбә. Республикабыҙҙың башҡалаһы – Өфө һынлы Өфөлә сығыш яһаған балаларыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланам һәм уларға оло рәхмәтемде еткерәм. Сөнки саф башҡорт телендә юғары кимәлдә  сығыш яһарға бөрйәндәр генә булдыра ала.

Башҡортостаныбыҙҙа Бөрйән районы үҙенсәлектәре, халҡы  менән башҡа райондарҙан ныҡ айырылып тороуы  шул тиклем һоҡланғыс. Бөрйәндә Урал батырыбыҙҙың тәү төйәгендә - республикабыҙҙың ожмах мөйөшөндә йәшәүебеҙ менән сикһеҙ ғорурланыуымды йәшермәйем. Сөнки беҙҙең балаларыбыҙ ҙа Урал батырыбыҙ тыуған ерҙә йәшәй, шул һауаны һулай. Балаларыбыҙға бәхетле бала саҡ, матур киләсәк теләйем.

Ә инде  бөгөнгө эпосты сәхнәгә ҡуйып,  башҡалабыҙ сәхнәһенә сығарыу буйынса  иң ҙур рәхмәтемде Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ артисы, режиссер Илнур Флүр улы Лоҡмановҡа белдерәм. Бөгөн заман технологиялары менән һуғарылған тамаша бик күп тамашасыны үҙенә йыйып, барыбыҙҙы ла хайран итте. Илнур Лоҡмановҡа ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге һәм юғары ижади үрҙәр, халҡыбыҙҙың ғүмерен оҙайтып, рухын байытып оҙон-оҙаҡ рәхәтлектә, халыҡ ихтирамында йәшәүен теләйем.

Бына ошондай һүҙҙәр менән тамамланы үҙ сығышын Өфө сәхнәһендә районыбыҙ башлығы Ғ.М. Манапов.

    Бөрйәнебеҙҙең йәш әртистәре адресына етәкселәребеҙ тарафынан бик күп маҡтау һүҙҙәре яңғыраны.

Тамаша залының халыҡ менән шығырым тулы булыуы күп нәмә тураһында һөйләй, әлбиттә, был беҙҙең күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Тамашасылар араһында шулай уҡ   киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең, яҙыусы – шағирҙарҙың күп булыуы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаровтың, Башҡортостан Республикаһы Дәңләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовтың , Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шәфиҡованың, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Кәримованың, Башҡортостан Республикаһы Хакимиәтенең бүлек  начальнигы Данир Салауат улы Йәғәфәровтарҙың ҡатнашыуы йәш башҡарыусылар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә  ҡыуаныслы ине.  Ә инде ошо рухлы сарала шәп  йәштәребеҙҙе осратыу онотолмаҫ шатлыҡлы мәлдәр булып хәтеребеҙҙә ҡалды, күңелебеҙ түрендә йылы хис-тойғолар ғына уятты.
 Йәш әртистәребеҙҙең  иңдәренә ҡанат ҡуйыусы,Урал батырҙың үҫеш юлын күрһәтеүгә  һәм һәр саҡ эпосты тәрәнтен өйрәнеүгә  дәртләндереп, ошо олуғ сарала  ҡатнашыуға этәргес биреүсе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрованың өлөшө бик ҙур икәнлеген билдәләп үтеү кәрәк.  Бөрйәнебеҙҙә был эш бер бөгөн генә башланмаған, бик оҙаҡ йылдар дауамында балалар баҡсаһының “Тәнәй Урал батырҙары”нан алып  оло кластарғаса бәйләнешле алып барылған бик ҙур файҙалы эштең ҙур тарафҡа алып килеүе маҡтауға лайыҡ. Республикала эпос буйынса конкурс быйыл  август айында  XXV тапҡыр  үтте. Ә районыбыҙҙа был конкурс апрель айында XXVII тапҡыр үткәрелде лә инде. Быйылғы йылда сәхнәләштереүҙе районыбыҙҙа ныҡлы әҙерлек менән спектакль - лекторий форматында ойоштороуға өлгәштек. Ул ошо яғы менән бик иҫтәлекле.

        Районда  XXVII  “Урал батыр” эпосы буйынса йәш башҡарыусыларҙың район конкурсы үткән апрель айында Өфөнән килгән баһалама ағзалары балаларҙың сығыштарының сағыу сығыштарына һоҡланып, хатта Өфөгә алып барып, ҙур сәхнәлә күп һанлы тамашасыларға күрһәтерлек тамаша, тип, юғары баһа ҡуйғайнылар. Һәм Бөрйән районы Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева бындай тәҡдимде  күтәреп алып,  нисек итеп  тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләй башлай. Балаларҙы башҡалаға алып барыу сығымдары тураһында ла уйлана.

Был матур хыялдың нисек итеп тормошҡа ашырылғанлығы, ысынбарлыҡҡа әүерелеүе хаҡында Венера Фәрит ҡыҙынан һорашмайынса булдыра алманым.

Венера Фәрит ҡыҙы:

-Шулай уҡ район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфитдинов менән район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаеваларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүҙәре арҡаһында балаларҙың сығыштары бик сағыу булды. Ә былайынса ундай юғарылыҡтағы сығыштар бер нисек тә килеп сыҡмаҫ ине. Уларға был тәңгәлдә бик тә ҙур рәхмәт белдерәм.

Районыбыҙҙың “Самрау” өлгөлө бейеүселәр ансамбле етәксеһе Нәйлә Марат ҡыҙы Нурдәүләтованың тырышлығы ҙур булды. Тауыш операторы яуаплылығында эшләүсе Байназар ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, йырсы егет  Артур Нәжметдинов, яҡтылыҡ операторы Яңы Собханғол ауылы егете  Таһир Мозауар улы Йортбағишевтарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Шулай итеп, беҙҙең күптәнге бер яҡты хыялдарыбыҙҙың береһе – “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереү булһа, икенсеһе – Өфөгә сәйәхәт ҡылыу тормошҡа ашты.

“Урал батыр” эпосын балаларға тәү башлап  өйрәтеп, ятлатып, ошо олуғ эшкә нигеҙ һалыусы Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәроваға, бөтә  уҡытыусыларыбыҙға, Өфөлә үткән тамашаға килеп, сараның уртаһында ҡайнаусы тырыш  уҡытыусылар Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусылары  Шәфҡәт Юлай улы Ғәликәевҡа, Айгөл Рафаэль ҡыҙы Үтәбаеваға, Иҫке Монасип мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы  Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы  Истәковаға, Иҫке Собханғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Фирүзә Фәрит ҡыҙы Кинйәбулатоваға, ошо уҡ мәктәптең медсестраһы Вәлиева Хәҙисә Зөбәйер ҡыҙына, Ҡотандан ҡатнашыусы баланың әсәйе, мәҙәниәт йорто  хеҙмәткәре Гөлнара Көҫәповаға,   Байназар мәктәбенән Гөлназ Ғәлиулла ҡыҙы Сатваловаға, Яуымбай мәктәбенән Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәховаға, Әтек мәктәбенән Айгизә Мансур ҡыҙы Хәкимоваға,   Өфөлә балаларҙы ҡанаты аҫтына алған, балаларҙы кискелек ашатып, йоҡлатып, ҡурсаулы, ҡараулы йөрөтөп ҡайтарған Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия – интернаты директоры Илнур Рифат улы Сәлиховтарҙың оло йөрәклелектәре өсөн баш эйеп. Рәхмәттәр еткерәбеҙ  һәм эштәрендә юғары үрҙәр генә теләйбеҙ. Фойела урынлаштырылған Роза Шәриф ҡыҙы идеяһы менән һуғарылған   Урал батыр фотозонаһының авторы Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфирә Азат ҡыҙы Ҡонафинаға һәм ошо мәктәп директоры Данил Камил улы Ҡотлобаевҡа ла сағыу күргәҙмә эше өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Ә инде Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ артисы, режиссер Илнур Лоҡмановтың һәр бер баланы аса алыуына, “шарҡылдағыҙ”,” илағыҙ” һәм башҡа алымдар менән һәр бер баланың күңеленә үтеп инеп, балаларҙы, “һә” тигәнсе, ролгә индереп,  аса алды. Илнур Лоҡманов – балаларҙың, уҡыусыларҙың яратҡан шәхесе. Уға артабанғы эшендә юғарынан – юғары үрҙәр, ныҡлы һаулыҡ менән ғаилә именлеге теләйбеҙ. Илнур Лоҡмановтың балаларға теләге бер: әртис үк булып китмәһәләр ҙә шундай орлоҡ һалыу кәрәк, уларҙың күңелдәре саф һәм таҙа булһын! Иң ҙур бәхет ана шул. Әгәр беҙ ошо теләгебеҙгә ирешә алһаҡ, беҙ шат та , бәхетле лә буласаҡбыҙ, ти ул.

Әлбиттә, бик хаҡ һүҙҙәр. Беҙ шуның өсөн артабан да тырышырға тейешбеҙ, - тип һүҙен тамамланы Венера Фәрит ҡыҙы

Бына шулай республикабыҙҙа ла беҙҙең башланғыс яҡлау тапты: режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Флүр улы Лоҡманов эпосты сәхнәләштереүгә тағы ла заманса һулыш өрҙө.
   Тамашаға килеүсе ҡунаҡтарҙы эпосты тасуирлаған һәм райондағы ошо йүнәлештәге эҙмә-эҙлекле, әһәмиәтле эште яҡтыртҡан   сағыу, матур фотозона,  китаптар күргәҙмәләре, эш барышы алымдары , уларҙы күргәҙмә менән таныштырыу маҡсатында бик тә үҙенсәлекле сәйәхәт- әңгәмәләр үткәреүҙәр һәр кем күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
  Сығыш яһаусы уҡыусылар араһында актерлыҡ һөнәрен яратыусылар ҙа юҡ түгел, ысын күңелдән был һөнәрҙе яратыуҙары , мотлаҡ киләсәктә ошо юлдан барасаҡтары хаҡында ла ҡыуанып һөйләне балалар.

Депутатыбыҙ, телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы Рәмзиә
Кәримованың тамашаны ҡарап сыҡҡан балаларҙан:

-Тамаша оҡшанымы? Ни өсөн оҡшаны? -тигән һорауына, “эйе”, уның батыр, ҡыйыу булыуы оҡшаны,  тигән кинәйәле яуаптар алыуы үҙе генә лә ҙур мәғәнәгә эйә.

Роза Шәриф ҡыҙының  бер-нисә йылдар элек эпосты ятлап, конкурстарҙа ҡатнашҡан еңеүсе уҡыусыларҙың был тамашаға күпләп килеүҙәре, был тамашаны ашҡынып көтөп алыуҙары, Урал батырҙан әле лә айырыла алмауҙары тураһында һөйләүе лә ҡыуаныслы.

Беҙҙең дә , тамашасыларҙың да был саранан тәьҫораттар, әлбиттә, иҫ киткес!

Урал батыр кеүек илһөйәр булһаң, эпосыңды белһәң, шул яҡшы.

Ә бит эпостың һәр һүҙенә, кинәйә менән яҙылған фекеренә иғтибар итеп уҡып сыҡһаҡ, ошо тамашаны ҡараһаҡ, халҡыбыҙ аҡылынан ҙур фәһем алырбыҙ. Һәр нәмәнең – үҙ мәле.

   Иң ҡатмарлы һәм ауыр ҡатлам – ул битарафтар, ғәмһеҙҙәр. Уларға ышанып та, таянып та булмай. Бөгөн – былай, иртәгә – тегеләй. Ә битарафлыҡ маҡсатһыҙлыҡтан килә. Ундайҙарҙың донъяға ҡарашы – “Миңә барыбер”. Кешелек донъяһының бындай өлөшө эпоста кәкүк аша сағылдырыла.

  Бөгөн ундайҙар  һинең һүҙеңде һөйләр, иртәгә – башҡаныҡын көйләр.

    Эпоста Тыуған илдә йәшәү өҫтөнлөгө, ғүмер итеү өсөн үҙ илеңдә яй табыу һәр саҡ зиһенгә һеңдерелә бара. Хатта арыҫланының да сит-ят яҡтарҙа йөрөүен теләмәй Урал: “Ситтә ғүмер итмәҫһең”, – ти.

Тап бына ошо үлемһеҙ эпосыбыҙҙы йәш быуындың ғына түгел, үҙебеҙҙең дә күңелебеҙгә һеңдергәнлегебеҙ,  илһөйәрлек һәм башҡа иң гүзәл сифаттар менән тулы тормош –  бөгөн йәшәйешебеҙҙә лә өҫтөнлөк алды һәм артабан да был эште дауам итеү – беҙҙең бурысыбыҙ. Быны бөгөн беҙ Украинала барған махсус  хәрби операция барышында ла үҙебеҙҙең егеттәребеҙҙең ҡаһарманлыҡтары, берҙәмлеге, сослоғонда, илһөйәрлегендә асыҡ күрәбеҙ.

Эпоста әйтелгәнсә, кешелек барлыҡҡа килеү менән,  яҡшылыҡ менән яуызлыҡ бер-береһен оҙатып баралар. Бына ошоно беҙ бөгөнгө көндә Украина миҫалында тоябыҙ.

Махсус хәрби операцияла беҙҙең егеттәребеҙ, йәндәрен аямайынса, илебеҙ азатлығы, халҡыбыҙ тыныслығы өсөн көрәшәләр, күптәре яу яландарында баш һалды.  Көрәштә һәләк булған егеттәребеҙҙең исемдәре мәңгеләштерелә: улар иҫтәлегенә таҡтаташтар, герой парталары асылды. Халҡыбыҙ уларҙы бер ҡасан да онотмай. Улар мәңге иҫтә!

Илдән ситтә йәшәүҙе зарлыҡта үткән ғүмер тип һанаған башҡорт. Ошо аҡыл аңға һеңдерелә килгәнгә лә башҡорт халҡы быуаттар буйы тамырҙары ереккән төйәге Урал өсөн ҡалҡан булып йәшәгән һәм әлегәсә йәшәй.

Ҡасандыр илен, телен, ерен, нәҫелен ҡурсалап яуға күтәрелгән атай-олатайҙарыбыҙ хәтерен һаҡлау, уларҙың изге ниәттәренә тап төшөрмәү бурысын үтәп, шулай уҡ “Урал батыр” эпосын уҡып, халҡыбыҙ ижадын өйрәнеп, фәһем алып, затлы шәхестәребеҙҙе белеп, танып, улар өлгөһөндә йәшәргә, ил ынйыһын йәшереп, ергә күмеп ҡуймайынса,Урал батыр кеүек Ватан даны өсөн көрәштә еңеүсе Иҙелдәр, Нөгөштәр, Яйыҡтар, әсәһе Айһылыу булған Һаҡмарҙар ҡалдырырға кәрәк.

Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағиры Рәми ағай Ғарипов үлемдә лә матурлыҡ бар, Илем, тиеп, үлһәң яуҙарҙа, тиеп бушҡа ғына әйтмәгән бит.

Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова,

Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яуымбай филиалының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу – тәрбиә эше буйынса етәксе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Хөкүмәте Гранты эйәһе, “Иң яҡшы башҡорт теле, урыҫ  теле уҡытыусылары”  республика конкурсы  еңеүсеһе, “Башҡорт теле көнөнә арналған “Рәхмәтем – башҡорт теле уҡытыусыһына!” республика конкурсы еңеүсеһе.

Урал батырҙың тәүтөйәге Бөрйәндә, башҡалабыҙҙа  - “Урал батыр” эпосы яңғыраны
Урал батырҙың тәүтөйәге Бөрйәндә, башҡалабыҙҙа  - “Урал батыр” эпосы яңғыраны
Урал батырҙың тәүтөйәге Бөрйәндә, башҡалабыҙҙа  - “Урал батыр” эпосы яңғыраны
Урал батырҙың тәүтөйәге Бөрйәндә, башҡалабыҙҙа - “Урал батыр” эпосы яңғыраны
Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас