Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Ноябрь 2023, 14:47

Башҡорт диалекттарын өйрәнгән ғалим

Филология фәндәре докторы Н.Х. Ишбулатовтың тыуыуына – 95 йыл Профессор Н.Х. Ишбулатов университеттың һәм баш ҡала менән республиканың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Уҡыу-уҡытыу процесынан һәм ғилми эшмәкәрлегенән тыш республиканың төрлө гәзит-журналдарында тел мәсьәләләренә, яҙыусы һәм шағирҙар әҫәрҙәренең теленә ҡағылышлы көнүҙәк мәҡәләләр менән даими сығыш яһаны. Нәғим Хажғәле улы оҫта йырсы булараҡ та киң билдәлелек яулай. Уның профессиональ баянсы һәм ҡурайсыларға ҡушылып башҡарған халҡыбыҙҙың тиҫтәнән артыҡ йыры, Башҡортостан радиоһының “алтын фонды”на инеп, фонотекала һаҡлана.

Башҡорт диалекттарын өйрәнгән ғалим
Башҡорт диалекттарын өйрәнгән ғалим

Күренекле тел ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәғим Хажғәли улы Ишбулатов 1928 йылдың 10 авгусында БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантонының Ҡаҙмаш ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы) тыуған.

1943 йылда Ҡаҙмаш ауылы мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ районының Темәс педагогия училищеһында белем ала. 1948 йылда Өфөләге Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (артабан Башҡорт дәүләт университеты, хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) филология факультетына уҡырға инә. 1952 йылда был уҡыу йортоноң башҡорт бүлеген яҡшы билдәләргә генә тамамлай.

Буласаҡ ғалим фәнни тикшеренеү эше менән студент йылдарында уҡ ҡыҙыҡһына башлай. Ул халыҡ теленең ерле үҙенсәлектәренә бәйле материал йыйыу эшен башлай. Ж.Ғ. Кейекбаевтың лекцияларына яратып йөрөй, ул ойошторған түңәрәктә әүҙем ҡатнаша. Ошонан башлап ул башҡорт теленең диалекттарын йыйыу, уларҙы фәнни яҡтан эшкәртеү эшен өҙлөкһөҙ алып бара.

Артабан ул Мәскәүҙәге СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспирантураһына уҡырға ебәрелә. 1955 йылда Н.Х. Ишбулатов профессор Ә.Ә. Юлдашев етәкселегендә “БАССР-ҙың Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы һөйләше” тип аталған темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә күтәрелә.

Н.Х. Ишбулатов үҙенең ғилми эшмәкәрлеген 1955 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башлай. Ул башҡортса-русса һәм башҡорт һөйләштәренең һүҙлектәрен төҙөүҙә ҡатнаша.

1959 йылда Н.Х. Ишбулатов башҡорт диалекттарын өйрәнеү төркөмөн ойоштора. 1959 – 1963 йылдарҙа диалектологик экспедициялар уның етәкселегендә уҙғарыла. Был экспедицияларҙың материалдары нигеҙендә күп кенә китаптар һәм һүҙлектәр донъя күрә. Ошо ғилми төркөмдә эшләүселәр араһынан һуңынан фән кандидаттары һәм докторҙары үҫеп сыға.

1964 йылда Н.Х. Ишбулатов ғилми эште уҡытыу менән бәйләй, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт тел ғилеме кафедраһына доцент булып эшкә килә. Ул башҡорт-рус бүлеге студенттарына “Башҡорт диалектологияһы”, “Башҡорт теле фонетикаһы” дисциплиналарын һәм “Башҡорт орфоэпияһы” тигән махсус курс уҡый.

1966 – 1968 йылдарҙа СССР-ҙың Педагогия фәндәре академияһы Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалы мөдире булып эшләй. 1968 йылда Башҡорт дәүләт университеты башҡорт тел ғилеме кафедраһының мөдире итеп һайлана һәм ошо вазифаны 20 йыл дауамында, 1989 йылға тиклем уңышлы башҡара.

Н.Х. Ишбулатов 1975 йылда “Сравнительное исследование диалектов башкирского языка (Фонетика. Морфология)” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге күп яҡлы, уның хеҙмәттәрендә түбәндәге проблемалар яҡтыртыла: башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре, башҡорт һөйләштәренең функциялары, һүҙ төркөмдәре, әҙәби тел нормалары, мәктәптә тел уҡытыу мәсьәләләре, төрки телдәрҙең сағыштырма-тарихи грамматикаһына бәйле проблемалар.

Ул башҡорт диалекттарын күп яҡлап өйрәнгән ғалим: диалекттарҙы монографик тасуирлау менән бергә сағыштырма-тарихи планда ла өйрәнә, диалекттарҙы әҙәби телгә бәйләп тикшерә, ҡәрҙәш һәм ҡәрҙәш булмаған телдәр менән сағыштырып, башҡорт халҡының килеп сығышы менән бәйләнештә ҡарай, ер-һыу атамаларына ла ҙур иғтибар бирә, һуңынан студенттар өсөн башҡорт диалектологияһы буйынса дәреслек яҙа.

1962 йылда уның “Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙ төркөмдәренең бүленеше” китабы донъя күрә. Был хеҙмәттә һүҙ төркөмдәренең бүленеше фәнни нигеҙҙә тикшерелә, уларҙы бүлеү принциптары ҡарала. Һүҙ төркөмдәренең бер-береһенә күсеүе исемләшеү, сифатлашыу, рәүешләшеү – йәғни конверсия күренеше ентекле өйрәнелә. Һүҙ төркөмдәренә төп классификация билдәләре буйынса характеристика бирелә. Һәр һүҙ төркөмө лексик-грамматик мәғәнәһе, морфологик билдәләре һәм синтаксик функцияларынан сығып тикшерелә.

1972 йылда Н.Х. Ишбулатовтың “Хәҙерге башҡорт теле. Әҙәби телдең нормалар системаһы” исемле китабы баҫыла. Был хеҙмәтендә әҙәби телдең нормалар системаһы дөйөм халыҡ теле һәм диалекттарҙың нормалар системаһы менән бәйләнештә ҡарала. Өндәрҙең тап килештәрен тасуирлауҙың сағыштырма ысулы ҡулланыла. Әҙәби телдең дөрөҫ яҙылыш һәм дөрөҫ әйтелеш нормаларына, грамматик нормаларға, лексик һәм стилистик нормаларға анализ бирелә. Ошолар менән бер рәттән башҡорт теленең тарихи грамматикаһы буйынса ла фекерҙәр тупланған.

“Хәҙерге башҡорт теленең фонетикаһы” тигән хеҙмәтендә һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең яңы классификацияһы бирелә, уларҙың үҙгәреш законлыҡтары асыҡлана. Башҡорт теленең фонетик системаһы яңы күҙлектән сағылдырыла. Өн һәм фраза әйтелеше, ритмик төркөмдәр, интонация, баҫым, текстың тасуири әйтелешенә ҙур иғтибар бирелә. Ғалимды шиғырға фонетик анализ, уны дөрөҫ уҡыу, йырҙарҙа өндәрҙең дөрөҫ яңғырауы мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра.

Н.Х. Ишбулатовтың фәнни мәҡәләләрендә лә диалектологияға, фонетикаға, морфологияға, лексикографияға, орфография һәм орфоэпияға бәйле мәсьәләләр яҡтыртыла.

Ул студенттар өсөн дәреслектәр, программалар һәм методик ҡулланмалар төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Профессор Н.Х. Ишбулатов мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға ҙур иғтибар бирә. Ул – IV класс өсөн яҙылған “Башҡорт теле” дәреслеге авторҙарының береһе. Ошо уҡ дәреслеккә методик күрһәтмәләр яҙыуҙа ҡатнаша.

Хәҙерге көндә лә профессор Н.Х. Ишбулатовтың хеҙмәттәре уҡытыу процесында киң файҙаланыла.

2000 йылда “Китап” нәшриәтендә профессор Н.Х. Ишбулатовтың “Башҡорт теле һәм уның диалекттары” исемле күләмле монографияһы баҫыла. Был хеҙмәттә башҡорт диалекттарының һәм һөйләштәренең фонетик һәм грамматик үҙенсәлектәре сағыштырма-тарихи метод нигеҙендә ентекле тикшерелә. Диалекттар һәм һөйләштәр айырым да, әҙәби телгә бәйләп тә ҡарала. Төп бүлектәрҙә сағыштырма фонетика һәм морфология ла яҡтыртыла. Хеҙмәттең аҙағында сағыштырма һүҙлек бирелә.

Хеҙмәттә 3 диалект тикшерелә:

  1. Көньяҡ диалект: Эйек-Һаҡмар, Урал, Дим һөйләштәре.
  2. Көнсығыш диалект: Ҡыҙыл, Әй-Мейәс, Арғаяш, Салйот һөйләштәре.
  3. Төньяҡ-көнбайыш диалект: Ҡариҙел, Танып, Түбәнге Ағиҙел, Ыҡ, Ғәйнә һөйләштәре (тулы характеристика бирелмәгән).

Профессор Н.Х. Ишбулатов университеттың һәм баш ҡала менән республиканың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Уҡыу-уҡытыу процесынан һәм ғилми эшмәкәрлегенән тыш республиканың төрлө гәзит-журналдарында тел мәсьәләләренә, яҙыусы һәм шағирҙар әҫәрҙәренең теленә ҡағылышлы көнүҙәк мәҡәләләр менән даими сығыш яһаны.

Нәғим Хажғәле улы оҫта йырсы булараҡ та киң билдәлелек яулай. Уның профессиональ баянсы һәм ҡурайсыларға ҡушылып башҡарған халҡыбыҙҙың тиҫтәнән артыҡ йыры, Башҡортостан радиоһының “алтын фонды”на инеп, фонотекала һаҡлана.

Профессор Н.Х. Ишбулатов – башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалим. Был хеҙмәттәр бөгөнгө көндә лә үҙ актуаллеген һәм ғилми ҡиммәтен юғалтмаған.

Г.А. ИҪӘНҒОЛОВА, Р.Я. ХӨСНӨТДИНОВА,

филология фәндәре кандидаттары, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценттары.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: