Хөкүмәт наградаһын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырҙы.2023 йылдың премияһы яҙыусы, драматург, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға "Бер ғүмер етмәй икән...", "Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине" тигән юлъяҙмалары өсөн,
“Башҡортостан” ДТК коллективы журналистары – Ғәлиә Вәхитова, Светлана Громова, Марина Доровских, Дилара Зарипова, Ринат Кашапов, Лилиә Курамшина, Гүзәл Хәсәнова, Наил Юнысовҡа “Тәмле. Беҙ бергә” проекты өсөн,
“Благовар хәбәрҙәре” газетаһы журналистары – Лира Ғафарова, Эльвина Ғафарова, Айһылыу Хәсәноваға “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” мәҡәләләр циклы өсөн тапшырылды.
Ҡотлайбыҙ!