Бар ғүмерен, бар булмышын балаларға арнаған Мазһар Ҡасим улы Ҡаҙаҡҡоловтың хеҙмәт кенәгәһендә барлығы бер генә эш урыны – Юлдыбай урта мәктәбе яҙылған. Ваҡытында уны яңы ойошторолған «Юлдыбай» совхозына партком сәркәтибе итеп димләйҙәр, партияның өлкә комитетына ла эшкә саҡыралар, тағы әллә ҡайҙарға тәҡдимдәр булғылай. Ләкин ул бер ҡайҙа ла китмәне, сөнки уны карьера түгел, ә ошо мәктәптә генә халҡына күберәк файҙа килтереүенә инаныу тотто һәм шулай булып сыҡты ла.
109-сы йылҡысылыҡ заводына ҡараған Олоһаҙ ауылында тыуып, Һалтантимер мәктәбендә башланғыс белем алғандан һуң V синыфҡа Юлдыбайға уҡырға килгән малай артабанғы бөтә ғүмере ошо ммәктәпкә бәйләнәсеген күҙ алдына ла килтермәгәндер ул саҡта. Балалар йортонда тәрбиәләнеп, урта белем алғандан һуң 1957 йылда Тимерязев исемендәге педагогия институтын тамамлап, физика менән астрономия уҡытыусыһы булып эш башлай ул был мәктәптә. Билдәле булыуынса, 60-сы йылдар башында мәктәптәрҙә хеҙмәткә өйрәтеүгә иғтибар арта һәм һәм 1961 йылда йәш уҡытыусы М. Ҡаҙаҡҡолов производствоға өйрәтеү буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ә бер йылдан мәктәп директоры итеп үрләтелә һәм 35 йыл буйына, хаҡлы ялға киткәнсе, алыштырғыһыҙ ошо йөктә тарта.
Тиҫтәнән ашыу урта мәктәп башҡарған бурысты ул ваҡытта бер Юлдыбай урта мәктәбе атҡара ине. Әлбиттә, әле тәжрибәһе булмаған йәш директорға шундай ҙур мәктәп һәм уҡытыусылар коллективы менән етәкселек итеү башта еңелдән булмағандыр. Дүрт тарафта урынлашҡан интернатта ғына ла 200-ләп бала йәшәй, йәй буйына 700-800 кубометр утынын әҙерләтергә, ярҙамсы хужалыҡтағы аттарға ла бесән кәрәк. Ярай әле көн-төн елдергән әрһеҙ «ЗИС-5»тәр һәм, кабинаһыҙ булһа ла, «Беларусь» бар. Уҡыуҙар ике сменалы алып барыла, сөнки балалар ҙа бихисап. 1966 йылда ғына берсән 161 өлгөргәнлек аттестаты тапшырылыуы бының бер дәлиле.
Уҡытыусылар коллективы ла ҙур, күпселеге урыҫ милләтенән. Йәйгеһен балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагерын ойоштороу ҙа байтаҡ ваҡытты ала. Күптәрҙең хәтерендә һаҡланған был лагерь уңышлы эшләй һм 1967 йылда республикала III урын яулай. Һабантуйҙар үткәрелгән был урын бөгөн «Культстан» исеме менән йөрөтөлә. Мәктәп яйлап районда ғына түгел, республикала танылыу таба. Ә бик күп һанда квалификациялы эшселәр һәм табиптар, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре тәбиәләп сығарған уҡытыусыларҙың ижади коллективы менән оҫта етәкселек иткән уның директоры М.К. Ҡаҙаҡҡолов та тәжрибәле директорға әүерелә. Мәктәптең матди базаһы нығына, үҙе етәкселек иткән дәүерҙә яңынан ике мәктәп бинаһы төҙөтөүгә өлгәшә, уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы ла иғтибар үҙәгендә тота.
Ташып торған дәрт-дарманы, эрудицияһы, оптимизмы һәм һиҙгер аҡылы менән йәштәргә үрнәк күрһәтте. Ҡулы аҫтында эшләүселәргә лә ышаныс менән ҡараны. (Миңә лә уның ҡулы аҫтында 33 йыл, шуның 13 йылын урынбаҫары булып эшләү бәхете тейҙе). Дөрөҫлөктө яратты, талапсан булды, асыуланманы, кенәсел дә булманы, ҡыуалатыу, эҙәрлекләү кеүек насар сифаттары бер ваҡытта ла һиҙелмәне, киреһенсә, унда гуманлыҡ көслө булды. Эш булғас, төрлө сағы ла булып ҡуйғылай тигәндәй, ҡайһы берәүҙәрҙең саманан сығыбыраҡ ҡуйған саҡтарында кәрәген биреп ҡыҙыу табала бейетер ине лә, шуның менән бөтөр ине. Шелтә биреү кеүек алымдары бик һирәк күренә торғайны. Сөнки уның төп методы, йәғни эш стиле – уҡыусыларҙы ғына түгел уҡытыусыларҙы ла тәрбиәләүҙән ғибәрәт булды. Һөҙөмтәлә коллективта һәр ваҡыт татыулыҡ хөкөм һөрҙө. Ауылда һәм районда иң хөрмәтле һәм арҙаҡлы кешеләрҙең береһе булараҡ, яҡшы һүҙгә һәм аҡыллы кәңәшкә мохтаж булғандарҙың барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты.
Мазһар Ҡасим улы абруйлы директор ғына түгел, тәжрибәле физика уҡытыусыһы булараҡ та танылыу тапты һәм бер нисә мәртәбә Өфөгә медицина институтына абитуриенттарын имтихан алыуға саҡырылды. Тимәк, уның ярҙамын тойған табиптар ҙа байтаҡ булырға тейеш.
Теүәл 40 йыл бер мәктәптә, ә шуның 35 йылын бик тә ауыр һәм бик тә яуаплы директор вазифаһында эшләү дәүерендә, хеҙмәтенә күрә хөрмәте тигәндәй, ул үҙ ауылында һәм районында ғына түгел, унан ситтә лә ҙур абруй ҡаҙанды, ә күп һандағы уҡыусылар ул етәкләгән мәктәпте тамамлауҙары менән һәм үҙҙәрен оло юлға сығарыусы остаздары итеп ҡабул итә, мин үҙем дә.
Уның хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, республика Юғары Советы Президиумының, бер нисә тапҡыр Партия өлкә комитетының, Мәғариф министрлығының, Профсоюздарҙың өлкә комитетының һәм башҡа органдарҙың маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, рәсеме район Почет таҡтаһына ҡуйылды, ә 1997 йылдың 14 июнендә РФ президенты Указы менән мәғариф өлкәһендә һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә оҙайлы һәм уңышлы эшләгәне өсөн Почет ордены менән бүләкләнде
М.Ҡ. Ҡаҙаҡҡолов ғаиләлә лә өлгөлө ир һәм атай булды. РФ мәғарифы алдынғыһы, педагогия хеҙмәте ветераны тормош иптәше Флүрә Булат ҡыҙы менән татыу донъя көттөләр, бер-береһенә теләк булдылар. Ҡыҙҙары Лира – Өфөлә күҙ ауырыуҙары институтында функциональ диагностика бүлеге мөдире, кейәүҙәре Ринат – Министрҙар кабинеты хеҙмәткәре, ейәндәре Марат БДУ-ны тамамлап, алған һөнәре буйынса эшләй.
Мазһар Ҡасим улы ауылда һәм районда ҙур йәмәғәт эштәре лә алып барҙы күп мәртәбә ауыл һәм район Советтарына депутат итеп һайланды, уларҙың башҡарма комитеттары ағзаһы ла, партияның район комитеты пленумы һәм бюроһы ағзаһы ла булды.
Ауыл һәм район тарихының сағыу шәхестәренең береһе булған Мазһар Ҡасим улы Ҡаҙаҡҡоловҡа тыуған мәктәбендә таҡтаташ ҡуйылды.
Ф.А. РӘМОВ,
педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Йылайыр районы.