Өйрәнгән мөхиттән айырылып, яңы йәшәү шарттарына күнегеп китеү бар кешенән дә көс, сабырлыҡ һәм бер ни тиклем ваҡыт талап итә. Кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһына өйрәнеп китеүе, уҡырға барған балаларҙың мәктәп тормошона, уҡыу режимына инеп китеүе балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәсе менән уҡытыусының ҡатнашлығында үтһә, мәктәп тамамлап, студент тормошона аяҡ баҫҡан йәштәргә иһә был мәлде үҙҙәренә йырып сығыр кәрәк.
Тыуған ҡаланан һәм ауылдан, ата-әсә йортонан айырылып, студент тигән яңы исемгә һәм социаль статусҡа эйә кисәге мәктәп уҡыусыһы, бөгөнгө студент ҙур ҡалала, юғары уҡыу йортонда ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуы мөмкин?
Беренсенән, ата-әсәйҙе, тыуған йортто, өйрәнгән мөхитте һағыныу. Дөйөм ятаҡ ҡуйған шарттарға тиҙ генә өйрәнеп китә алмау.
Икенсенән, юғары уҡыу йорто – ул мәктәп түгел. Уҡыған предметтар һаны ла күберәк, талаптар ҙа юғарыраҡ. Дәрес-парҙар дауамында бит-бит лекциялар яҙырға, үҙ аллы семинарҙарға, практик дәрестәргә әҙерләнергә тура килә.
Өсөнсөнән, яңы кешеләр менән аралашыу, курсташтар, дөйөм ятаҡтағы бүлмәләштәр менән уртаҡ тел табыу, килешеп, татыу йәшәү, яңы дуҫтар табыу, танышлыҡтар булдырыу. Шулай уҡ уҡытыусылар, юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре менән дә бәйләнеш урынлаштырыу бик мөһим.
Дүртенсенән, финанс мәсьәләләрҙе хәл итеү, аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәнеү. Ашау-эсеү яғын хәҙер инде үҙеңә хәстәрләргә тура килә.
Һанап үтелгән мәсьәләләрҙе йырып сығыу бер ни тиклем ваҡыт талап итә. Адаптация осороноң мөмкин тиклем тиҙерәк һәм еңелерәк үтеүе студенттың әүҙемлеге, аралашыусанлығы, яңы шарттарға яраҡлаша белеүе менән бәйләнгән. Ошо осорҙо еңелерәк үткәреү өсөн студенттарға психологтарҙың бер-нисә кәңәшен әйтеп үтке килә.
– Студент осороноң, һөнәр алыуҙың тормошта бик кәрәк һәм мөһим икәнлеген аңлағыҙ. Күңелең ятҡан һөнәр, яратҡан эш – ул тормоштоң ғаилә, дуҫтар-туғандар кеүек айырылғыһыҙ бер өлөшө. Яратҡан эшеңдә эшләп, йәмғиәткә, кешеләргә файҙа килтереү, хеҙмәтеңдең емешен күреү – кеше өсөн оло бәхет.
– Студент осоро яңы дуҫтар, таныштар табыу ваҡыты ла. Шуға күрә үҙегеҙгә йомолоп ултырмағыҙ, күберәк аралашығыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәргә хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышығыҙ. Шулай уҡ был мәлдә үҙеңдең ижади потенциалыңды асып, уны артабан үҫтерергә лә мөмкинселек тыуа. Сөнки студенттар гел уҡыу менән генә мәшғүл түгел: тыуған ауылда йәки ҡалала төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йөрөргә мөмкинселек булмаһа, ҙур ҡалала бындай мөмкинлектәр күберәк.
– Яңы дуҫтар, таныштар табылды тип, ата-әсәйегеҙҙе, класташтарығыҙҙы, элекке дуҫ-иштәрегеҙҙе лә онотоп ебәрмәгеҙ. Улар менән һәр саҡ бәйләнештә булығыҙ, хәлдәрен һорашып, үҙегеҙҙең хәл-әхүәлдәрегеҙҙе һөйләгеҙ. Тыуған яҡ, тыуған йорт менән бәйләнештең өҙөлмәүе зарур.
– Һаулығығыҙға, күңел торошоғоҙға иғтибарлы булығыҙ. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелһәгеҙ, йә нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта ярҙам һорарға тартынмағыҙ, тәҡдим ителгән ярҙамдан, иптәштәрегеҙ һуҙған ҡулдан баш тартмағыҙ.
Адаптация осорон үткәреп, студент тормошона өйрәнеп киткән студентты тәүге сессия көтә. Сессия осорона, имтихандарға әҙерләнеүгә ҡағылышлы бер-нисә кәңәш:
– Мөмкинселек булһа, имтиханға 2 – 3 кешенән торған төркөм менән әҙерләнегеҙ. Берегеҙ бер һорауға яуап әҙерләһә, икенсегеҙ икенсе һорауҙы уҡый тора. Бер–берегеҙгә белгәндәрҙе һөйләп, аңлатып үтәһегеҙ, ниндәйҙер һорау килеп сыҡһа, бергәләшеп яуабын табаһығыҙ.
– Сессия ваҡытында көн режимын тоторға күнегегеҙ. Имтихан алдынан төндәр буйына йоҡламай уҡып сығыу, ашау яғын ваҡытында хәстәрләмәү, йылы аш ашамау организмға оло зыян килтерә. Урындан ҡуҙғалмайынса оҙаҡлап уҡып ултырыу хәтерҙе насарайта, уҡылған мәғлүмәт иҫтә ҡалмай. Шуға күрә, аҡыл эшен физик күнекмәләр менән сиратлаштырырға кәрәк, көн һайын саф һауала йөрөп килеү ифрат файҙалы.
– Имтихан мәлендә мөмкин тиклем тынысланырға тырышығыҙ. Яҙма имтиханда иң тәү сиратта белгән һорауҙарығыҙға яуап бирегеҙ һәм икеләнгән һорауҙарығыҙға әйләнеп ҡайтып, яңынан ныҡлап уйларға ваҡыт ҡалдырығыҙ. Тема буйынса белгәнегеҙҙе әйтергә оялмағыҙ. Аңлашылмаған мәлдәр булһа, һорарға тартынмағыҙ. Яуап биргән ваҡытта үҙ көсөгөҙгә, белемегеҙгә ышаныуығыҙҙы, ә имтихан алыусыны хөрмәт итеүегеҙҙе күрһәтегеҙ.
Студенттар! Уҡыу йылдары матур һәм уңышлы үтһен, ошо ваҡытта һалынған ныҡлы нигеҙ киләсәктә һеҙгә яҡшы белгестәр булып, бәхетле тормош ҡорорға ярҙам итһен! Уңыштар юлдаш булһын!
Ғ.Ә. СӘЛИХОВА, психолог