Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы 2023 йылдың “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан ителеүе айҡанлы шағирә, ғалимә, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены, Константин Ушинский медале кавалеры Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипованың ижади эшмәкәрлегенә арналған “Шағир. Уҡытыусы. Остаз” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.
Земфира Сахипова – балалар һәм өлкәндәр өсөн шиғри йыйынтыҡтар, милли мәктәптәрҙә рус теле уҡытыу методикаһы һәм дәреслектәр авторы. Ғалимәнең ике йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәте бар. Бынан тыш Рәсәйгә килеүсе мигранттар өсөн рус теле буйынса уҡыу әсбаптары төҙөүсе, беҙҙең республикабыҙ өсөн 10 фән кандидаты әҙерләп, ғилем юлына сығарыусы тәжрибәле остаз да ул.
Әле мин хөрмәтле ҡәләмдәшем Земфира Сәхипованың әҙәби ижады хаҡында һүҙ әйтеүҙе кәрәкле таптым. Сөнки ғүмеренең күп өлөшөн тыуған ере Башҡортостандан ситтә – Мәскәүҙә йәшәгән әҙибә һәм ғалимә булараҡ, поэтик ижады тураһында һүҙҙе бик йыш ишетергә тура килмәй бит уға.
“Эшең еңел, тиҙәр, бик тә уңдың –
Көрәк, һабан тотманы ҡулың.”
“Яҙмыш шулай ҡушҡан – яҙырға,
Энә менән ҡойо ҡаҙырға.”
Эйе, Земфира Ғизетдин ҡыҙын яҙмышы “Энә менән ҡойо ҡаҙыу” эшенә ғүмерлеккә тәғәйен ҡушҡан. Һәм ул ғүмере буйына ошо бурысына тоғро: ал-ял белмәй, энә менән ҡойо ҡаҙғандай, изгеләрҙән изге хеҙмәте менән шөғөлләнеүендә: фән, ғилем, уҡытыусылыҡ, дәреслектәр һәм методик әсбаптар әҙерләү, тынғыһыҙ педагогик хеҙмәт, ғилми етәкселек һәм остазлыҡ...
Һәм шулар менән бер рәттән тиерлек – әҙәби ижад, әҙәбиәт, шиғриәт, тел ынйыларын эҙләү, табыу, йәш быуын уҡыусыларына еткерергә тырышыу ҙа уның тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөн билдәләй.
Әле мин юғарыла миҫалға килтергән дүрт юллыҡтағы “көрәк, һабан тотманы ҡулың” тигән юл юҡтан ғына әйтелмәгән: беҙҙең күпме ҡатын-ҡыҙҙар Рәсәйҙең барлыҡ юлдарында тиерлек, тимер юлдар буйы, ҡулдарына көрәк, лом тотоп эшләүе хаҡында әле уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында уҡ йәш шағир Рәми Ғарипов яҙғайны:
“Тимер юлдар буйлап күпме үтһәм,
Шул юлдарҙың ташын, ҡомдарын
Һаман аҡтара бит ошо ҡыҙҙар,
Ҡулдарына тотоп ломдарын...
Һыҙламаймы икән ҡулдары?..”
(Р. Ғарипов. Тимер юл.)
Бына тап шуға ла Земфира Сәхипованың бәғзе бер замандаштары ҡыҙҙың көрәк-һабан (кәйлә йә лом) тотмағанын күреп, “эшең еңел” тигәндәрҙер ҙә инде. Ә асылда уның эше еңелме һуң? “Энә менән ҡойо ҡаҙыу” еңел эшме икән әле?! Шағирә ундай уйлыларға, күрәһегеҙ, образлы итеп кенә, боронғоларҙың бик тапҡыр әйтемен иҫкә төшөрөп яуап биргән. Афарин!
З.Сәхипованың төп эше ғилем, фән, мәғариф булғанға ла уның әҙәби ижад емештәре лә бик күп түгел. Балалар өсөн башҡорт телендә “Ҡуян да хәйлә ҡорған” тигән шиғырҙар китабы (2005 йыл), “Нимә иң матур нәмә?” тигән йыйынтығы (2009 йыл) рус һәм башҡорт телдәрендә, ә инде кескәйҙәр һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән “Күк япраҡтар” тип исемләнгәне, рус яҙыусылары әҫәрҙәренән торған тәржемәләр китабы 2015 йылда донъя күрҙе.
Ошо уҡ йылда, йәғни Земфира Ғәзетдин ҡыҙының күркәм 75 йәшенә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте уның ололарға тәғәйенләнгән “Йәшлекте лә була оҙайтып...” тигән матур шиғырҙар, робағиҙәр, тәржемәләр китабын сығарып ҡыуандырҙы.
Китап менән ентекләберәк танышып сыҡҡас, шул күҙгә ташлана: тормоштоң байтаҡ ҡына ыҙғарҙарын үҙ башынан кисереп әҙәм булған икән дә шағирә! Донъяның камил булмауынан, ғәмһеҙлектән, һәр төрлө яман ҡылыҡтарҙан әрнеү, күпме борсолоу, хафа, иҫкәртеү шиғри юлдарҙа!
Мин йәшәнем яҡты донъяларҙа
Бирешмәйсә ауырлыҡтарға.
Уртаҡ күреп кеше ҡайғыларын,
Шатлыҡ өҫтәп уңышлыҡтарға...
Үҙ-үҙеңде йыуатыу, тынысландырыу ғына түгел был юлдар, ә киң мәғәнәлә шәхестең тормош менән мөнәсәбәте лә, йәмғиәттә үҙеңде тота белеү кимәле (кредоһы ла). Ә ғәйре тәбиғи ысынбарлыҡ (аҡ һәм ҡара) эргәлә генә, һине уратып алған мөхиттә ул:
Көнсөл дуҫҡа юлыҡма,
Ҡалыуың бар хурлыҡҡа.
***
Көнсөлдөң йөҙө ҡара, күңеле тар.
***
Көнсөллөккә кәртә юҡ.
***
Кеше булған, һалмай көсөн,
Йәшәй бары үҙе өсөн.
***
Ғалимлыҡты һатып алыу күбәйҙе.
Һатыусылар түбәнһенеү күрмәйҙәр.
Ситтән ҡараусылар быны яҡшы күрә,
Ҡыланһалар ҙа тегеләр булып түрә...
Был үткер юлдарҙа ситкә атып тура тигеҙеү, күҙәтеүсәнлек бер булһа, әҙибәнең теләге изге: тормоштағы ошондай кире күренештәрҙе илгә, халыҡҡа, йәмғиәт иғтибарына еткереү.
Китаптағы “Һүрелмәһен мөхәббәт” бүлеге, исеменән үк күренеүенсә, һағышлы ла, утлы ла, йырлы ла, моңло ла, хыялға, хис-тойғоларға бай (йәштәргә үрнәк!) саф мөхәббәт хаҡындағы лирик шиғырҙарҙан тупланған: “Һинһеҙ”, “Тағы ла ямғыр яуһын ине”, “Тик хаҡым юҡ һине һөйөргә”, “Йырһыҙ йәшәп буламы...”, “Йөрәк йыры”, “Ялыҡтыра, тиҙәр, мөхәббәт тә”, “Ҡайт әйләнеп һөйгәнеңә” һәм башҡалар.
Ошо шәлкемдәге “Үпкәләмә” шиғыры образлы юлдары, лирик ағымы, рефрендары менән күңелде биләп ала:
Үпкәләмә миңә, килмәнең, тип,
Үпкәләмә мине һөймәнең, тип,
Янманың, тип, һис тә көймәнең, тип,
Миңә хистәреңде бүлмәнең, тип,
Күңелемдең наҙлы сатҡыларын
Күҙҙәремә ҡарап күрмәнең, тип.
Йөрәктәрем янған саҡтарында
Бер һирпелеп, ҡарап үтмәнең, тип.
Йомшаҡ елдәр булып иҫкәнемде,
Ләйсән ямғыр булып яуғанымды,
Көмөш ысыҡ булып тамғанымды
Тойманың, тип, бер ҙә һиҙмәнең, тип...
Шиғырҙың тамамланышы трагедия булмағанда ла, унда тормош драмаһы ятҡанлығы һиҙелә:
Килмәнем дә, күрмәнем дә,
Янманым да, көймәнем дә:
Аҡлап булмай, мөхәббәткә
Хыянат итһә һөйгәнең.
“Ҡайҙа һуң һин?” әҫәре йыр тип тамғаланған, тик музыканы кем яҙғаны ғына билдәһеҙ был һәйбәт шиғырға. Композиторын белге килә шулай ҙа.
“Әсәйем, әсәкәйем” тигән дөйөм баш аҫтында тупланған шиғырҙар – Земфира Ғизетдин ҡыҙының әсәһенә оло ихтирам менән һуғарылған әҫәрҙәре. Әсәйҙәргә шиғырҙан һәйкәл ҡойолған. Хәтер һәйкәле. “Икмәк ҡәҙере” шиғыры һуғыш осоронан бер хәтирә. Әсәһе колхоз ашханаһында ашнаҡсы, он иләгәндә ҡалған кәбәкте балаларына тип һорап алып ҡайта. Кәбәктән икмәк бешереп, бәләкәстәрен ҡотҡарып ҡала.
“Заманалар төрлө була шул” бүлегендәге исемһеҙ бер шиғырҙағы “Хәҙергесә” йәшәй алмауымдың / Тәүфиҡлыҡта бөтә сәбәбе” тигән юлдарҙа тәрән мәғәнә ята. Үткән осор менән хәҙерге заман араһындағы айырма, оло быуын кешеһенең ниндәй характерҙа, сифатта асылыуын төҫмөрләтә. Был бүлектәге “Кеше ҡәҙере” шиғырының финалындағы һығымта бик фәһемле:
Күпкә бармаҫ, килер бер көн – шартлар
Ер тетрәтеп аҡса ҡыуығы.
Тик икеле боҙоҡ ҡанлыларҙан
Таҙа быуын илгә тыуыуы.
Ни үкенес: был шиғырҙағы үткер фекерҙе баяғы “боҙоҡ ҡанлылар”, аҡса ҡолдары” уҡымай ҙа, белмәй ҙә шул. Уларға шиғыр кәрәкмәй.
“Һағынам тыуған яғымды” бүлегендә “Еҙ ҡурайым” шиғыры иғтибарымды тартты. Ҡасандыр (бынан егерме йыллап элек) мин дә “Еҙ ҡурай” тигән шиғыр яҙғайным. Шуға күрәлер ҙә ҡыҙыҡһыныуым тағы ла артты: ҡәләмдәшемдең шиғыры ниндәйерәк икән?!
... Мин тыңлайым. Ҡурайым моңонда
Халҡым яҙмышының зәһәре,
Киң Уралым, батыр Салауатым,
Тарихтарҙың хәүеф-хәтәре...
Эйе, хаҡлы әҙибә: ҡурай моңдарында халҡым яҙмышы ишетелә, ҡанлы тарихы шаңдауҙары өҙгөләнә булыр. Моңло ҡурай тауышын ишетеп (Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов уйнағанда) Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһында милләттәштәребеҙҙең түгелеп илағанын күрҙем мин (1999 йыл). Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Силәбе тарафтарында Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарында, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ яҡтарында йәшәгән аҫаба башҡорттарҙың ҡурай моңон мөкиббән китеп тыңлағандарына күп тапҡырҙар шаһит булдым... Илаһи ҡурайыбыҙ моңо йәне бар әҙәмде илата ла, йыуата ла, йырлата ла, өмөт тә уята, дауалай ҙа.
“Еҙ ҡурайым” шиғыры ошолай тамамлана:
“Ҡурай, тиһәм, башҡорт – күҙ алдымда,
Ҡурайһыҙ ҙа башҡорт бар микән?
Халҡым менән йәштәш ҡурайҡайым
Ғүмер баҡый бергә көн иткән.”
Һәйбәт!.. Әммә ҡапыл уй килә: шиғырҙың исеме ни өсөн “Еҙ ҡурайым” тип аталған һуң әле? Был хаҡта шағирә бер нимә лә белдермәй.
“Халҡым менән йәштәш ҡурайҡайым...” – Ошондай ҙур һығымтанан һуң еҙ ҡурайҙы иҫкә алығыҙ әле: ул, автор яҙғанса, башҡорт халҡы менән йәштәш булып сығамы? Ғөмүм ҡурайҙың үҙен генә күҙ уңында тотһаң инде, был сағыштырыу менән килешергә лә булалыр. Әммә бер нәмә бәхәсһеҙ: әлбиттә, башта халыҡ булмай тороп, ҡурай булмаҫ инде. Еҙ ҡурай, көмөш ҡурай, алюмин ҡурай, ағас ҡурай – уларҙың бөтәһе лә үлән ҡурайынан башланған.
Саф көмөштән яһалған боронғо ҡурай хаҡында мәғлүмәт бар икән. Ул шумер халҡының көмөш ҡурайы хәҙерге көндә Филадельфия (АҠШ) университеты музейында һаҡлана тип хәбәр итә тарихсы Тимур Ильясов (ҡара: Ю. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсы. Өфө, 2020. 7-се бит).
Ҡурай тураһында нимә яҙһаҡ та (шиғырмы, романмы (Ринат Камал), хикәйә йә эссемы), ҡурайға хилафлыҡ килтермәйек. Тылсымлы ҡурай кеше ғүмерҙәрен оҙайтышҡан кеүек, ҡурай тураһында беҙҙең һәр яҙғаныбыҙ ҙа милли музыка ҡоралыбыҙҙы данлауға булышлыҡ итһен.
Мин дә бынан байтаҡ йылдар элек ҡурайға мәҙхиә яҙғайным. Шунан бер генә строфа:
“Мәңге йәшәр ҡурай.
Ул үлемһеҙ,
Ул халҡымдың йәшәй аңында.
Ул халҡындың йәшәй булмышында,
Ул халҡымдың йәшәй ҡанында...”
(“Йомабай ҡурайы”, 1994)
Бына шулай, Земфира ҡәләмдәшемдең “Еҙ ҡурайым” шиғыры төрлө уйҙарға, лирик сигенеүҙәргә лә алып килде. Бөтәһе лә тәбиғи. Уйға һалһын, уйландырһын ул шиғыр. Әле бында уйҙарҙың бөтәһен дә ҡағыҙға төшөрөп бөтөп булманы, әлбиттә (Алда тағы яҙылыр әле, Аллаһ бойорһа).
Китапта З. Сәхипованың үҙенең робағиҙары ла, бөйөк фарсы шағиры Ғүмәр Хәйәмдең (1040 – 1125) дүрт юллыҡтарының башҡортсаға тәржемәләре лә шағирәнең һис шикһеҙ ижад уңыштарын билдәләр кимәлдә эшләнгән. Бына Земфира Ғизетдин ҡыҙының үҙенең робағиҙарынан береһе:
Донъялыҡта иң ғәҙеле – үлемдер.
Бер кемде лә ҡалдырмай ул үлемһеҙ.
Тик үлемдәр ғәҙел икән донъяла,
Булһын ине ғәҙел үҙе донъя ла.
Бына бер фәлсәфә! Уйландыра. Ысынлап та, уйлай китһәң, тағы нимә бар донъялыҡта иң ғәҙеле: Аллаһы тәғәлә тарафынан бирелгән ғүмер, йәшәү, һөйөү, изгелек, иман, намыҫ...
Хөрмәтле Земфира Ғизетдин ҡыҙы үҙенең барлыҡ ғилми вә шиғри ижадына эпиграф итеп бик тәрән мәғәнәле һүҙҙәрҙе алған: “Аҙашманым, иреп юғалманым, юғалтманым телен башҡорттоң...” Афарин! Бик мәслихәт! Бик хуп! Үҙенең туған башҡорт телен уның инде хәҙер юғалта торғаны юҡ. Беҙ, уның ҡәләмдәштәре һәм замандаштары, быға ныҡлы ышанабыҙ. Ошондай ҙа аҫыл зат, ҙур ғалимә, нескә күңелле, һиҙгер йөрәкле шағирә була тороп башҡортоноң телен юғалта буламы һуң?!
Һүҙемде тамамлап, уҡытыусы һәм остаз Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипованың ижади ҡаһарманлығын хуплап, уға ныҡлы һаулыҡ теләйем. Хәҙер ана шул шиғри өгөт-нәсихәттәрегеҙҙе (фәһемнамәләрҙе) күберәк яҙһағыҙ, уҡыусылар өсөн шәп әҙәп дәреслеге булырҙар ине тигән изге уйҙа ҡалам. Рәхмәт!