Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Ноябрь 2023, 10:13

Сәғәт. Тимур Рәхмәтуллин

- Ҡартатай, ҡартатай!!! - тип Йәмил өйгә йүгереп килеп инде. - Әү, улым, ни булды һиңә? - Ҡартатай, бөгөн беҙҙе мәктәптә хәтәр нәмәгә өйрәттеләр.

Сәғәт. Тимур Рәхмәтуллин
Сәғәт. Тимур Рәхмәтуллин

- Ә нимәгә өйрәттеләр?

- Сәғәтте белергә.

- Бик яҡшы, һин улым хәҙер дәрескә үҙең сәғәткә ҡарап йөрөйһөң инде.

- Эйе, ҡартатай, сәғәткә ҡарап йөрөрмөн дә ул. Тик...

- Ниңә, тик?

- Мин бер нәмәһен аңламаным.

- Ә нимәһен аңламаның, улым?

- Унда сәғәт телдәре өсәү.

- Эйе.

- Ә нишләп берәүһе шәп йүгерә, икенсеһе уртаса, ә өсөнсөһө бигерәк ығыш, шылмай тиерлек. Ниңә улай ул?

- Улым, сәғәт – ул бер татыу ғаилә. Шәп йүгергәне ул секунд, уртансыһы – минут, ә аҙаҡҡыһы – сәғәт. Секунды бигерәк шаян ул, һинең һымаҡ йүгерә лә уйнай, йүгерә лә уйнай. Ә минуты тыныс, әммә тырыш, атайың һымаҡ. Ул секундтың шатлығын күреп, сәғәтте йәшәтер өсөн тырышып эшләй. Ығышы – ул мин, ҡартлас ҡартатайың. Ейәнемдең йүгереүенә ҡыуанып, улымдың тырышлығын күреп йәшәйем, хәрәкәт итәм.

- Ә мин һәр саҡ секунд буламмы?

- Юҡ, улым, берәй ҡасан ваҡыт килер, сәғәт телдәре туҡтар шул саҡ. Атайың – сәғәт, һин ­– минут, ә һинең улың секунд булыр.

- Ә унан һуң мин сәғәт буламмы?

- Эйе, улым, бик аҡыллы сәғәт теле булырһың.

 

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: