Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Ноябрь 2023, 21:35

Гимназияла - "Шаян бесәй"!

Бөгөн Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында "Шаян бесәй" тип исемләнгән өр-яңы китабының исем туйы уҙҙы.Сарала "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Теләмова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡатнашты.

Гимназияла  - "Шаян бесәй"!
Гимназияла - "Шаян бесәй"!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте сығарған был китап ябай ғына китап түгел икән, ә сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, заман балаларының теләгенә тап килерҙәй зауыҡлы һәм хатта тылсымлы! Уҡыусы бала китаптың артҡы битендәге QR-кодын үҙенең гаджеты ярҙамында үтеп, "Шаян бесәй" уйынына күсә ала.

Башҡорт һәм рус телендә тәҡдим ителгән "Шаян бесәй" халыҡ әкиәтен гимназияның 5 А синыфы уҡыусылары килгән ҡунаҡтарға сәхнәләштереп тә күрһәтте. Тамаша барлыҡ балаларға ла, килгән ҡунаҡтарға ла хуш килде. "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Теләмова әкиәттең йөкмәткеһе буйынса әҙерләгән һорауҙарына яуап бирҙе, йомаҡтар систе. Дөрөҫ яуап биргән балалар иҫтәлеккә нәшриәттә сыҡҡан сағыу китаптар менән бүләкләнде.

Гимназияла  - "Шаян бесәй"!
Гимназияла  - "Шаян бесәй"!
Гимназияла  - "Шаян бесәй"!
Гимназияла  - "Шаян бесәй"!
Гимназияла  - "Шаян бесәй"!
Гимназияла  - "Шаян бесәй"!
Гимназияла - "Шаян бесәй"!
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: