Файҙалы эштәр йылы
29 Ноябрь 2023, 06:15

Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ!

Уҡытыусыбыҙ Альберт Сафуан улы башланғыс кластарҙа эшләй башлағас, беҙҙең балаларыбыҙҙы ла уға уҡытырғатура килде. Балаларыбыҙ уҡыған осорҙа үҙебеҙҙең бала саҡта кисергән хис-тойғоларыбыҙ, традицион ҡалыптарҙан айырылған уҡытыу-тәрбиә эшендәге үҙенсәлектәре иҫкә төшә.

Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ!Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ!
Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ!

Быйылғы Педагог һәм остаз йылы айҡанлы район мәҙәниәт йортонда Уҡытыусылар көнөн билдәләп, район етәкселеге, мәғариф бүлеге һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур байрам үткәрҙе. Йәмле итеп биҙәлгән сәхнә, матур сығыштар, ҡотлауҙар, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең концерт номерҙары, моңло хистәргә, дәртле ритмдарға бай булды. Бигерәк тә Мәғариф алдынғыларын бүләкләү өлөшөндә ауылыбыҙҙың иң өлкән у ҡ ы т ы у с ы л а р ы Әлифә Ҡотлобай ҡыҙы һәм Альберт Сафуан улы И с м ә ғ и л е в т а р ғ а Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатын тапшырыуҙарын күреп бер шатланһаҡ, икенсенән ноябрь аҙағында уларҙың матур ғаилә ҡороп, өлгөлө балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуҙы байрам итеүҙәрен белдек.Тимәк беҙ бер нисә сығарылыш уҡыусылары, ветеран уҡытыусыларыбы ҙменән осорашасаҡбыҙ.

43 йыл элек интернатта йәшәгәндә Әлифә Ҡотлобай ҡыҙы беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырғылай ине. Шулай беҙ аралашып, яҡынайып киттек. Шул саҡтарҙан бәйләнешебеҙ, дуҫлығыбыҙ өҙөлмәй.

Уҡытыусыбыҙ Альберт Сафуан улы башланғыс кластарҙа эшләй башлағас, беҙҙең балаларыбыҙҙы ла уға уҡытырғатура килде. Балаларыбыҙ уҡыған осорҙа үҙебеҙҙең бала саҡта кисергән хис-тойғоларыбыҙ, традицион ҡалыптарҙан айырылған уҡытыу-тәрбиә эшендәге үҙенсәлектәре иҫкә төшә.
Беҙ ата-әсәләр булараҡ, Альберт Сафуан улының эш алымдарын күрә килдек. Уның балаларҙы һөйөүе, сабыйҙарҙың сәләмәтлектәрен нығытыу,
даими рәүештә менталь-психик һауыҡтырыу эштәрен, үҙ ваҡытында аң-телмәр һәм хәтерҙе үҫтереү, белем алыу мөмкинлектәрен үҫтереү юлдары, ысулдары тур а һ ы н д а ата-әсәләргә һөйләй торғайны. Ҡайһы бер балаларҙың башҡорт мәктәбендә башланғыс кластарҙы тамамлап, рус телле ҡала
мәктәптәрендә балаларыбыҙҙың тел айырмаһын тоймай, еңел уҡып китеүҙәре Ҡаҙанғол мәктәбендә төплө белем алыуҙары тураһында һөйләй.
Уҡыусылар дәрестә арып китһә, уҡытыусы 5 минутлыҡ ял иғлан итә. Балалар парта аҫтынан кескәй генә мендәрҙәрен алып, баштарын терәйҙәр. Уҡытыусы йомшаҡ ҡына тауыш менән идара итә: “Күҙҙәрҙе йомдоҡ, беҙ матур, аяҙ, зәңгәр күк йөҙөн күрәбеҙ, ниндәй зәңгәр һауа! Беҙгә шул тиклем рәхәт, беҙ йоҡлап киттек…” Ярты минут самаһы ваҡыт үткәс, Альберт Сафуан улы һүҙен дауам итә: “Матур төш күрәбеҙ”. Шул саҡ ҡыҫҡа ғына әкиәт,йә хикәйә, йә этюд уҡыла. Уҡып бөткәс бер минут тынлыҡ була. Уҡытыусы: “Балалар, биш минут үтте. Хәҙер яйлап уянабыҙ. Уяндыҡ, күҙҙәрҙе асабыҙ”, тип, балаларҙы уятып бөткәс, баҫып, кирелеп “Үҫәбеҙ, үҫәбеҙ”,  тип ҡулдарҙы бер-нисә тапҡыр күтәреп төшөрәләр. Шунан ултырып төш тыңлайҙар. Бер уҡыусы уҡытыусы һөйәгән әкиәтте, ысын төш күреүгә ышанып, төшөн һөйләй. Биш-алты минут ялдан һуң уҡыусыларҙың кәйефе күтәрелә, әүҙем генә дәресте дауам итәләр. Беҙ уҡытыусынан йәшәү көсөн арттырыуҙың тағы ниндәй ысылдары барлығын һорайбыҙ. Уҡытыусы: “Ысулдары күп. Мәҫәлән, баянымды алып бейетеп, йә йырлатып алам.”
2012 йылдан башлап Альберт Сафуан улы Дәүләкән мәсетенә уҡырға бара.
Ике юғары белеме булғас, уға уҡыу еңел бирелә. Ул БДУ-ның теология факультетында ла бер-нисә йыл дин серҙәрен өйрәнә. Ислам университетында уҡыуын дауам итә. Балалары ла ата-әсәләренең дингә бирелеүенә, Ҡөръән аяттары менән һауыҡтырып тороуҙарына шатланалар. Әлифә Ҡотлобай ҡыҙы һәм Альберт Сафуан улының уҡыусылары булыуыбыҙ, бала саҡтан әлеге көнгә тиклем бәйләнештә булыуыбыҙ осраҡлы түгел тип уйлайбыҙ. Сөнки уларҙың беҙгә булған һөйөүен, йән йылыһын, бер-беребеҙгә кәрәклегебеҙҙе тойоп йәшәйбеҙ. Улар беҙҙең өсөн өлгө һәм кәңәшсе. Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ!
Х. НОҒОМАНОВА.
Дәүләкән районы,
Ҡаҙанғол ауылы.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас