

Был конкурс уҡытыусылар өсөн генә түгел, ә, иң беренсе сиратта, Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен иғтибар үҙәгенә алған бик үҙенсәлекле һәм сағыу сара булды. Унда 72 төбәктән йыйылған туған тел уҡытыусыларының күбеһе үҙҙәренең милли кейемендә килгәйне, шуға ла конкурсты асыу һәм ябыу тантанаһы айырыуса матур күренеш булды. Шулай уҡ, ҡатнашыусылар, конкурент булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер-береһенә бик яҡшы мөнәсәбәттәре менән һоҡландырҙы. Коллегалар менән ихлас аралашып, һәр сығышыбыҙҙа ярҙамлашып, бер'беребеҙ өсөн янып-көйөп торҙоҡ. Черкесск ҡалаһының 19-сы гимназияһы уҡытыусылары ла ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, кәрәкле кабинеттарға
оҙатып, беҙҙең өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе биреп торҙолар. Ошо гимназияның X класс уҡыусыларыкүңелемдә иң йылы хистәр генә ҡалдырҙы, мин тап улар менәндәрес һәм класс сәғәте үткәрҙем. Дәрестә ихлас ҡатнашыуҙары, төплө яуаптары өсөн уларға бик рәхмәтлемен.
Конкурсҡа килгәндә, 72 конкурсант араһынан “Методик оҫтахана” һәм “Асыҡ дәрес” һынауҙарынан һуң, ни бары ун бишебеҙ генә киләһе турҙа ҡатнашыу хоҡуғыналды. Ә инде “Класс сәғәте”н күрһәткәндән һуң, финалға 6 кеше үттек һәм “Оҫталыҡ дәресе” күрһәттек. Баһалама комиссияһы ағзалары тарафынан һөнәри оҫталығым юғары баһаланыуына сикһеҙ шатмын һәм мине конкурс дауамында күтәрмәләп торған коллегаларыма, айырыуса “Медиавизитка” этабының тамашасы һөйөүе номинацияһында еңеү яуларға
ярҙам иткән милләттәштәремә, Башҡортостан халҡына сикһеҙ рәхмәт белдерәм!
Һеҙгә үҙемдең “Күрәм. Ишетәм. Һөйләйем” исемле оҫталыҡ дәресемде тәҡдим итәм.
Г.С. ҒАЙСИНА,
Нефтекама башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы,
“Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы – 2023” Бөтөн Рәсәй
һөнәри конкурс еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
Күрәм. Ишетәм. Һөйләйем.
(Интерактив технологиялар аша уҡыусыларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү)
Маҡсат. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тупланған педагогик эшмәкәрлек һәм уҡыусыларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү алымдарын ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.
Бурыстар. Эш методтарын һәм алымдарын күрһәтеү; күрһәтелгән метод һәм алымдарҙың эффектлылығын иҫбатлау.
Йыһазландырыу. Мультимедиа ҡорамалдары һәм оҫталыҡ класының электрон презентацияһы.
– Хәйерле көн!
Юғары технологиялар үҫешкән, киң виртуаль аралашыу тармаҡланған осорҙа, йәнле аралашыу кәмегәндән-кәмей. Балалар ҡатмарлы технология нескәлектәрен үҙләштерә, әммә коммуникатив һәләттәрен юғалта бара. Шул сәбәпле, тыңлаусыға үҙ фекерен еткереүҙә ҡыйынлыҡ кисерә.
Килеп тыуған проблеманы һәр уҡытыусы үҙенсә хәл итә. Был йүнәлештә тупланған тәжрибәм менән бүлешеүҙе түбәндәге билдәләмә-формула ярҙамында сағылдырам.
Экрандағы фотоларҙы ҡылыҡһырлаусы ҡылымдарҙы ошо һүҙҙәр болотонан табырға кәрәк:
күрәм + ишетәм + уйлайым = һөйләйем.
Килеп сыҡҡан билдәләмәгә ярашлы оҫталыҡ дәресенең темаһы: “Интерактив технологиялар аша уҡыусыларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү”.
Баланың коммуникатив һәләтен, ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән ассоциатив алымдар, мнемотехника, логик, креатив фекерләү алымдары, төрлө методтар һәм саралар күптән билдәле.
Үҙ эшмәкәрлегемдә республикала яңы технологиялар аша шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү системаһын юлға һалыусы, уның методикаһын өйрәнеүсе Р.Ғ. Аҙнағолов, М.Ғ. Усманова, Х.А. Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, Ф.Ш. Сынбулатова, Ә.Т. Мәүлийәрова, З.М. Ғәбитова кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянам.
Күрәм + тыңлайым + уйлайым = һөйләйем билдәләмәһен асыҡлауҙың беренсе этабы КҮРӘМ.
Сағыу тамашаға өйрәнгән бөгөнгө уҡыусының ихтыяжын үтәрлек видеороликтар, йәнле картиналар, сюжетлы һүрәттәр һәр саҡ ҡул аҫтында. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, хикәйә, диалогтар төҙөү өсөн “Ябыҡ экран”, “Хатаны тап”, “Һүҙҙәр болото” һ.б. алымдар бик отошло. Балалар темаға ярашлы һөйләмдәр төҙөй, һуңынан был һөйләмдәр хикәйәгә берләштерелә. Шулай уҡ, уҡыусыларымдың яратып башҡарған “Кинотаҫма” алымын – сюжетлы картиналар буйынса әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү йәки һорауҙар төҙөүҙө лә йыш ҡулланабыҙ.
Тема буйынса видеороликтар ҡарап, проблемалы һорауҙарға яуап биреү, күргәнде һөйләп ишеттереү йәнле аралашыуға өйрәнеүҙең эффектлы ысулдары булып тора. Дәрескә инеште уҡыусыларҙың иҫендә ҡалырлыҡ итеп ойошторор өсөн “Сағыу тап” алымы отошло (ҡыҙыҡлы видеролик, цитата, эмоциональ шиғыр).
Баланың телмәр үҫешенә дөрөҫ йүнәлеш биреүҙең бер ысулы – шағирҙарҙың үҙ тауыштары менән уҡыған шиғырҙарын, хикәйәләрҙең актер уҡыған аудиояҙмаларын тыңлау. Мәҫәлән, бәләкәй кластарҙа һөйләмдәрҙең аудиояҙмаһын тыңлап, ишеткәнде дөрөҫ әйтә белеү; юғарыраҡ кластарҙа бирелгән аудиояҙманы тыңлап, телмәр хаталарын табыу, кәрәкле мәғлүмәтте айырып яҙып алыу кеүек эштәр яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Үҙеңдең тауышыңды яҙҙырып тыңлау, бер-береңдең орфоэпик йә лексик хаталарын төҙәтеү кеүек эштәр ҙә уҡыусыларҙың тыңлап аңлау, һөйләү ҡеүәһен, логик, ижади фекерләүен үҫтерә.
“Телдән һүрәт төшөрөү” алымы, уҡыусының һөйләү ҡеүәһен үҫтереүҙән тыш, әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итеүгә килтерә. Мәҫәлән, картина буйынса телдән инша төҙөү, көйҙө тыңлап, үҙ тәьҫораттарыңды әйтеп биреү баланың эске телмәрен, уй-кисерештәрен, тойғоларын асырға ярҙам итә. (“Мәктәп вальсы” көйө аҫтында уҡытыусы мәктәпте тамамлаусы уҡыусының иншаһын уҡый.)
Шулай итеп, күрәм + ишетәм + уйлайым = һөйләйем билдәләмәһе тормошҡа ашырыла. Уҡыусылар ишеткәндәре, күргәндәре тураһында тулы, дөрөҫ яуап ҡайтарырға, үҙ фекерҙәрен грамоталы әйтеп бирергә өйрәнә.
Әйҙәгеҙ, бергәләп, бер нисә алымды практикала ҡулланып ҡарайыҡ.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
– Ҡайһы герой уҡытыусылар ярҙамында белем ала, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнә һәм белемдәре уға тормошта үҙ урынын табырға, бәхетле булырға ярҙам итә? (Әминбәк.)
– Ил терәге – ир, ир терәге – ил.
– Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
– Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
– Белгән меңде еңер, белмәгән берҙе еңер.
(Был эште йомғаҡлап, 1-се пар төҙәтеп яҙылған шиғырҙы уҡып ишеттерә. Балалар, белемле булыу һәр ваҡыт актуаль, бер ваҡытта ла моданан сыҡмай, тигән һығымтаға киләләр.)
Дәрестәрҙә лә ошолай төрлө алымдар ҡулланып, бер темаға һөйләмдәр туплау, текст төҙөү уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттыра, һөйләү телмәрен үҫтерә, эҙләнеү – проект эшен бойомға ашыра.
2-се парҙың эше тыңлана.
Гимназияның Медиаүҙәге төрлө темаларға социаль роликтар төшөрөү, үткәрелгән сараларҙы кино-видеоларҙа сағылдырыу аша туған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ата-әсәләр менән дә был өлкәлә даими эш алып барыла.
Әлбиттә, дәрестәрҙә лә, кластан тыш сараларҙа ла мәғлүмәт сараһы итеп интернет селтәренә кюар код, һылтанмалар аша мөрәжәғәт итәбеҙ, төрлө ҡушымталар, платформалар ҡулланабыҙ. Тик, минең уйлауымса, туған тел дәрестәрендә нәфис, йәнле һүҙ өҫтөнлөк итергә тейеш. Ә заманса технологиялар телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, телһөйәрлек, илһөйәрлек тәрбиәләү, уҡытыу сифатын күтәреү, уҡыусы шәхесен, уның коммуникатив һәләтен үҫтереү маҡсатына ярашлы итеп ҡулланылғанда ғына үҙенең тәғәйен ролен үтәй.