Файҙалы эштәр йылы
5 Декабря 2023, 09:28

Халҡым теле - Аҡмулла теле

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы14 декабрь - Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап ижади конкурс иғлан итә.

Халҡым теле - Аҡмулла телеХалҡым теле - Аҡмулла теле
Халҡым теле - Аҡмулла теле

Конкурста ҡатнашырға барлыҡ педагогтарҙы һәм уларҙың уҡыусыларын, тәрбиәләнеүселәрен саҡырабыҙ!

Конкурс ике номинацияла үтә:


- күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе М. Аҡмулланың берәй шиғырын яттан һөйләү;


- М.Аҡмуллаға йәки башҡорт теленә арнап үҙҙәре ижад иткән шиғырҙы яттан һөйләү.
Сығыштарҙы видеоға төшөрөп, ошо яҙма комментарийҙарына беркетергә.



14 декабрь көндө баһалама комиссияһы сығыштарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, еңеүселәҙе билдәләйәсәк. Артабан махсус тауыш биреү ҡушымтаһы аша "Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүселәрен бергәләп билдәләрбеҙ!

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас