Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
6 Декабрь 2023, 09:17

Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы

Өфө ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында күренекле яҙыусы, публицист, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы. Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, туғандары, китап уҡыусылар йыйылды.

Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы
Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы

Сарала Рәшит Солтангәрәвтең апаһы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева ла ҡатнашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әҙип хаҡында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Улар Рәшит Ғимран улының киң күңелле, яҡташтарына ҡарата айырыуса иғтибарлы һәм ярҙамсыл булғанын, оҫта прозаик ҡына түгел, шәп публицист икәнен билдәләне. Йәш, башлап яҙыусылар менән әүҙем эшләүе тураһында ҡат-ҡат әйтелде. Йор һүҙле, шаяртыуҙары һәр саҡ мәғәнәле, кинәйәле булыуын оло хөрмәт һәм йылылыҡ менән иҫкә алдылар.

Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы
Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы
Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы
Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы
Рәшит Солтангәрәвтең хәтер кисәһе уҙҙы
Автор: Салават Каримов
Читайте нас