Маҡсат. 1. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тормошон һәм ижадын өйрәнеү. Яҙыусының “Төлкөнө алдап буламы?” хикәйәһе менән танышыу, әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы тормош менән бәйләргә өйрәтеү, кешенең тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә булыуын күрһәтеү. 2. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен байытыу, һүҙлек аша әҫәрҙең тел байлығына иғтибарҙы арттырыу. 3. Н. Мусиндың ижадына ихтирам, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо тәрбиәләү.
Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу, әҫәргә анализ.
Уҡытыу методы: универсаль уҡыу эшмәкәрлеге.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуап, таҡтала, дәфтәрҙә эш, һүҙлек эше, кластер алымы ҡулланыу, төркөмдәр менән эш, синквейн төҙөү.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Предмет буйынса: уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен белеү, текстҡа анализ яһарға, әҫәрҙең идеяһын, проблемаһын асыҡларға өйрәнеү, образдарға ҡылыҡһырлама биреү.
Предмет-ара бәйләнеш: тәбиғәтте өйрәнеү, Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте, халыҡ ижады.
Шәхси һөҙөмтәләр: әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлап ҡабул итеү, тормош менән бәйләй белеү, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәттәрҙе таба белеү, иптәшеңдең, үҙеңдең белемеңде баһалай белеү, үҙ фекереңде башҡаларға еткерергә һәм яҡларға өйрәнеү.
Йыһазландырыу: Н. Мусиндың тормош юлы, ижады буйынса әҙерләнгән презентация, V класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән уҡыу китабы, мультимедия проекторы, китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес барышы
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ! Әйҙәгеҙ, күмәкләп ҡояшты, көндө, тәбиғәтте сәләмләйек һәм изге ниәттә эшкә тотонайыҡ. Уйҙарыбыҙ изге булһа, эшебеҙ ҙә һәр ваҡыт уң булыр.
– Иғтибарҙы экранға йүнәлтегеҙ, уҡыусылар! Әкиәттәрҙең исемдәрен иҫкә төшөрөгөҙ! (“Алдар төлкө”, “Етем төлкө”, “Төлкө менән айыу”, “Төлкө, бүре, бүҙәнә”, “Төлкө менән әтәс”.)
– Әкиәттәрҙә төлкө ниндәй сифаттар менән һүрәтләнә? (Хәйләкәр, мәкерле, алдаҡсы, ялҡау, бик юха, зирәк.)
– Дөрөҫ, уҡыусылар! Төлкөнөң был сифаттары, ҡылған ҡылыҡтары әкиәттәрҙә хупланамы? (Юҡ, хупланмай, ул һәр ваҡыт үҙ язаһын ала.)
III. Дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатын билдәләү. (Уҡыусылар экрандағы һөйләмдәрҙе уҡый.)
Кәрәк саҡта төлкөнән дә хәйләкәрерәк булырға кәрәк. Ләкин донъяны хәйлә менән генә көтөп булмағанлыҡты аслан онотма.
– Дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ? Дәрестең темаһы ниндәй? (Төлкө тураһында һөйләшербеҙ. Кешеләрҙең дә хәйләкәр булыуын белербеҙ.)
– Эйе, беҙ бөгөн Ноғман Мусиндың “Төлкөнө алдап буламы?” хикәйәһенең йөкмәткеһе менән танышырбыҙ һәм әҫәрҙең исеме итеп бирелгән һорауға яуап табырбыҙ. Дәрес аҙағында экрандағы һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә лә төшөнөрбөҙ, үҙебеҙҙең фекерҙәр менән уртаҡлашырбыҙ.
– Хикәйәләге ваҡиғаларҙы кем һөйләй?
– Кем ул Сәләхетдин? Уның менән ниндәй ваҡиға була?
– Малай ни өсөн Әбделнәғим бабайға эйәреп һунарға йөрөй? Был һунар уңышлы буламы?
– Әбделнәғим бабай төлкө тураһында ниндәй ваҡиға һөйләй?
Геройҙарға кластер алымы менән ҡылыҡһырлама төҙөү.
– Әбделнәғим бабай – етмешкә еткән, ләкин кәсебен ташламаған һунарсы, малайға һунар серҙәрен аңлата.
– Әҫәрҙең өсөнсө геройы – төлкө. Уның тураһында бабай һөйләй, малай иғтибар менән тыңлай. “Харап һиҙгер, шул хәтлем хәйләкәр йәнлек бит,” – ти уның тураһында, ләкин Әбделнәғим бабай үҙе уға ҡарағанда ла хәйләкәрерәк булып сыға. (Дәрес башында уҡыған фекергә әйләнеп ҡайтыу һәм мәғәнәһен аңлатыу.)
– Тормошта ла хәйләкәрлек кәрәк, тик кешегә насарлыҡ эшләү өсөн түгел. Ысынлап та, кеше ул донъялағы бөтә йән эйәләренән аҡыллыраҡ ҡына түгел, хәйләкәрерәк тә. Әбделнәғим бабайҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Ул хәйләкәрлекте кешеләргә изгелек эшләү өсөн ҡуллана.
– Уҡыусылар! Дәрестә һөйләгәндәргә таянып, хикәйәнең исеменә сығарылған һорауға нисек яуап биреп була? Яҙыусы әҫәрҙә төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтә? Әҫәрҙең темаһын билдәләйек. (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау, тулыландырыу.)
– Кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнеште күрһәтә. Тәбиғәтте яратыу, һаҡлау, ярҙам итеү тураһында уйланырға саҡыра. Ысынлап та, Ноғман Мусинды тәбиғәт йырсыһы тип йөрөтәләр. Был хикәйәлә күтәрелгән тәбиғәт темаһы уның бөтә әҫәрҙәрендә лә тиерлек сағыла, сөнки кеше һәм тәбиғәт – бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр.
– Ләкин яҙыусы кешенең хәйләкәрлегенә түгел, ә аҡылына дан йырлай. Әбделнәғим бабай әйткәнсә, кеше донъялағы бөтә йән эйәләренән дә аҡыллы.
Кеше.
Аҡыллы, изгелекле.
Ярҙам итә, яҡлай, һаҡлай.
Кеше – тәбиғәттең тоғро дуҫы.
Еңеүсе.
VII. Рефлексия.
– Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйылғайны, уға ирештекме? Һеҙгә дәрес оҡшанымы?
VIII. Йомғаҡлау. Баһалау.
– Үҙегеҙгә, төркөмдә эшләгән иптәштәрегеҙгә ниндәй билдәләр ҡуйыр инегеҙ? (Уҡытыусы уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлеген баһалай.)
Ф.Х. ҠАРАҒОЛОВА,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы