Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
6 Декабрь 2023, 11:00

Заманыбыҙ мәғрифәтсеһе

2023 йыл – Педагог һәм остаз йылы Ғалим-педагог, әҙәбиәтсе, тарихсы, публицист, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, М.Х. Минһажетдинов, М.Л. Мортазин исемендәге район хакимиәте, «Ағиҙел» журналы, «Башҡортостан», «Ҡыҙыл таң» гәзиттәренең йыллыҡ премиялары лауреаты, «Башҡортостанға – 100 йыл» юбилей миҙалы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы кавалеры, БР башлығы Р.Ф. Хәбировтың «Иң актив крайҙы өйрәнеүсе өсөн» Рәхмәт хатына лайыҡ Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың фиҙаҡәр ғилми-педагогик хеҙмәте, туған халҡының рухи мәҙәниәтен, тарихи үткәнен һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө замандаштары тарафынан баһалап бөткөһөҙ оло әһәмиәткә эйә.

Заманыбыҙ мәғрифәтсеһе
Заманыбыҙ мәғрифәтсеһе

Өлгөлө остаз

Рәүеф Шаһиев исемен тәүге тапҡыр мин Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс ишеткәйнем, үҙе менән дә шунда, беренсе курста таныштым. Учалы факультеты ул ваҡытта (2000 – 2005 йылдар) Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының уҡыу корпустарында урынлашҡайны. Рәүеф Вәли улы өлкән уҡытыусы булды, беҙгә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте курсынан лекциялар уҡыны. Миңә, ауылдан килгән кисәге мәктәп уҡыусыһына, оло йәштәге, сәстәре салланып өлгөргән ағай етди ҡиәфәте, уйсан ҡарашы, аҡыллы телмәре менән беренсе күреүҙән үк көслө тәьҫир иткәйне. Зыялылығын, әҙәплелеген тойғанғамылыр, шул мәлдә үк ул уҡытыусы ағайҙы яҡын күргәйнем. Уның аудиторияла үҙ-үҙен тотошо, тыныс һәлмәк тауыш менән лекция уҡыуы күңелемдә туған телгә, әҙәбиәткә булған һөйөү-хөрмәтемде бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрҙе. Телсе, әҙәбиәтсе кеше бына шундай булырға тейеш, тигән уйға килеп, уны күркәм өлгө итеп күрҙем. «Зачетты башҡорт, рус, инглиз телендә лә ҡабул итәм, үҙ теләгегеҙҙән тора, иң мөһиме – курсты белеүегеҙ», – тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә уйылып ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәүеф Вәли улына университетта оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Әммә беҙҙе бер нисә ай ғына уҡытып өлгөрһә лә, уны үҙ остазым итеп хис итәм. Был хис-тойғо йылдар үтеү менән арта ғына бара. Сөнки яңынан-яңы китаптары менән танышыуҙарым, үҙе менән тығыҙ аралашыуҙар күңелемдә ҡәҙерле һәм оло һабаҡ-дәрестәр булып һаҡлана киләләр. 

Заманыбыҙҙың мәғрифәтсеһе   

Рәүеф Шаһиев 1946 йылдың 15 ноябрендә Учалы районының Ташҡыя ауылында тыуған. Ташҡыя башланғыс, Наурыҙ урта мәктәптәрендә белем ала. 1964 – 1969 йылдарҙа БДУ-ның филология факультетының башҡорт-рус бүлегендә уҡый. 1969 – 1970 йылдарҙа Учалы районы Рысай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып хеҙмәт юлын башлай. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң бер йыл «Башҡортостан пионеры» гәзитендә журналист һөнәре буйынса тәүге тәжрибәһен туплай. Төрлө йылдарҙа Уральск, Ҡунаҡбай мәктәптәрендә уҡыта. РСФСР мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ була. 1983 – 1990 йылдарҙа – Яңы Байрамғол урта мәктәбендә директор, 1990 – 1996 йылдарҙа  Яңы Байрамғол ауыл советы рәйесе, хакимиәт башлығы вазифаларын башҡара. Артабанғы яҙмышын Рәүеф Вәли улы фәнни-тикшеренеү эше, матбуғат, ижад  менән бәйләй. 1996 – 1999 йылдарҙа «Өлкәр» журналының баш мөхәррире була, шул осорҙа РФ, БР Журналистар союзы ағзаһы таныҡлығы ала, ә һуңғараҡ инде Яҙыусылар союзы ағзаһы ла булып китә. «Өлкәр»ҙә эшләп йөрөгән мәлдә «Хәҙерге башҡорт прозаһында герой концепцияһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын әҙерләй, уны уңышлы яҡлай. Шулай Рәүеф Шаһиевтың ярты быуат тирәһе туплана килгән тормош, хеҙмәт һәм белем багажы XXI быуатта шау һәм мул ижад даръяһына әүерелеп аға башлай. Уның артынса ижади ҡаҙаныштар, уҡыусылар тарафынан танылыу, үрҙә һаналып кителгән баһаланыу-исемдәр ҙә килә, әлбиттә. Р.В. Шаһиевты район, республика уҡыусылары ғүмерен мәғариф өлкәһендә баш күтәрмәй хеҙмәт иткән уҡытыусы, етәксе, тынғыһыҙ эҙләнеүсе, тыуған еренең ысын хеҙмәтсеһе тип белә хәҙер.  

Учалы районының Наурыҙ урта мәктәбе республикабыҙға ғына түгел, бүтән төбәктәр өсөн дә тәрән белемле уҡыусылар әҙерләп, оло тормош юлына сығарыуҙа абруй ҡаҙанған белем мәккәһе булды. Уларҙың ҡайһылары фән, мәғариф, мәҙәниәт юлын һайланы, күптәре яҙмышын ауыл хужалығы, иҡтисад һ.б. өлкәләр менән бәйләне. Бынамын тигән ойоштороусылар, оҫта етәкселәр үҫеп сыҡты. Улар араһында күп китаптар, энциклопедиялар авторы булараҡ киң билдәлелек алған Рәүеф Вәли улы Шаһиев та бар. Әйткәндәрҙе ҡеүәтләр өсөн ошо атайсалдан сыҡҡан тағы ла бер нисә исем-шәрифте йәш быуын күңеленә еткереү зарурҙыр, моғайын. Ғалим-педагогтар, БР атҡаҙанған уҡытыусылары И.Ә. Шарапов, М.С. Шакирова, А.Һ. Байғарин, Г.В. Ишҡыуатова; философия фәндәре докторы, профессор Ф.В. Дәминдәрова; БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев ордены кавалеры Р.И. Солтанова, Ш. Бабич, С. Юлаев исемендәге дәүләт премиялар лауреаты Р.Ж. Низаметдинов; БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ж.М. Хәйретдинов; БР атҡаҙанған төҙөүселәре Ф.Ф. Ғибәҙәтов, Ф.С. Наурыҙов; БР атҡаҙанған шахтеры И.В. Сафуанов һ.б. тиҫтәләгән исем-шәрифтәр учалыларҙың күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Шул шәхестәр сафында үҙенең тыйнаҡлығы, талымһыҙлығы, иҫ китмәле ныҡышмалылығы, айырым әйтергә кәрәк, һәр кемгә эскерһеҙ ярҙамсыллығы менән айырылып торған, туған теленә, нәфис әҙәбиәтенә, уның фәнни үҫешенә, юғары рухлы мәҙәниәтенә, атайсалының арҙаҡлы шәхестәренә йөрәге менән бирелгән Рәүеф Вәли улының тормош позицияһын һәр йәһәттән айырым билдәләр инем. Ошо йылдар арауығында үҙ һуҡмағын тапҡан, мәғрифәт, ижад тигән оло юлға сыҡҡан ул. Халҡыбыҙҙы ғәфләт йоҡоһонан арындырыуҙа, айырыуса йәш быуынды күңел-аң зәғифлегенә килтергән хөрәсән күренештәр йоғонтоһонан йолоп алыуҙа, кешелек рухына йән өрөүҙә, тыуған яғының мәҙәни-ижтимағи ҡаҙаныштарын, әҙәбиәтенең нәфислеген, төпкөл тарихи асылын, геройҙары булмышын уҡыусыға еткереүҙә заман ихтыяждарынан, күңел талабынан сығып эшләүе уның ижади маҡсатына әйләнгән дә инде.

Тыуған ерен, туған халҡын йырлаусы

Рәүеф Вәли улының тыуған еренә, райондаштарына, ғөмүмән, ватандаштарына ҡарата оло ихтирамына хайран ҡалырлыҡ. Был оло һәм наҙлы һөйөү ижадының 30 йыл эсендә яҙған мәҡәләләрендә, рецензияларында, очерктарында, ғилми, тарихи-документаль йыйынтыҡтарында, энциклопедияларында балҡып тора. Авторҙың хеҙмәттәрендә заман геройҙары, арҙаҡлы тарихи шәхестәр, фән эшмәкәрҙәре, атҡаҙанған уҡытыусылар, ауыл хужалығы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һ.б. шәхестәр яҡтыртылып, уҡыусылар күңелендә илһөйәрлек тойғоһо, йәшәйеш ҡиммәттәре тәрбиәләй. Авторҙың ҡайһы бер китаптарын уҡыусылар бик яҡшы белә, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, ойошмаларҙа, өйҙә лә өҫтәл китабы итеп тотоп, баҫмаларына йыш мөрәжәғәт итәләр.

Мәҫәлән, шундай китаптарҙың береһе – «Алтын бишегем – Учалы». Был энциклопедияның төҙөлөүенә инде 20 йыл. Йөкмәткеһе, техник яғынан да сифатлы итеп сығарылыуы арҡаһында иҫкермәй торған баҫма ул. Шәхсән үҙем башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ та, әҙәби әҫәрҙәр яҙғанда ла уны бик йыш файҙаланам. Эшемдә ныҡ ярҙам итә. Унда беҙҙең тәбиғәтебеҙ ҙә, ҡала-ауылдарыбыҙ ҙа, мәҙәниәтебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа, сәнғәтебеҙ ҙә, сәнәғәтебеҙ ҙә, фәнебеҙ ҙә, әҙәбиәтебеҙ ҙә, фольклорыбыҙ ҙа, танылған шәхестәребеҙ ҙә, хеҙмәт алдынғыларыбыҙ ҙа – барыһы ла бар. Кәрәк икән, ырыуҙар йылъяҙмаһын байҡайһың, кәрәк икән, билдәле шәхестең биографияһын табып алаһың. Ысынлап та, бик кәрәкле баҫма. Ә уйлаһаң, шул баҫмаға ғына күпме аң-зиһен ҡеүәте, күңел йылыһы, рухи көс түгелгән һәм һалынған! Ошо энциклопедия аша ғына ла инде нисәмә быуын үҙенең тыуған ерен өйрәнә, илһөйәрлек тойғоһон үҫтерә, бер һүҙ менән әйткәндә, рухлы кеше булып етешә.

Р.В. Шаһиевтың улының туған халҡына әсә һөтө, бишек йыры, бала саҡ мөхите менән һеңгән һөйөүе студент, йәшлек йылдарында тағы ла ялҡынлана, баҙыҡлана төшә.  Быға уның уҡытыусылары, остаздары ҙур йоғонто яһай. Шул остаздарҙың береһе БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты, фольклорсы-ғалим Марат Хәләф улы Минһажетдинов була. М. Минһажетдинов йәш студентҡа яҡташы булғаны өсөн түгел, ә бөрөләнеп килгән һәләтен күреп иғтибар иткәндер. Тап шул осорҙа Рәүеф Шаһиевтың әҙәбиәткә, фәнгә күңеле тартыла башлағандыр. Рәүеф Вәли улы уҡытыусыһына, өлкән дуҫына ҡарата оло һөйөүен һәм ихтирамын күңелендә ғүмер буйы һаҡлай килә, Марат Минһажетдинов исемен күтәреү, тормошон, эшмәкәрлеген яҡтыртыу ниәте менән яна. Изге маҡсаты тормошҡа ашмай ҡалмай.  Һөҙөмтәлә бер түгел, ә тиҫтәләгән йыйынтыҡ һәм мәҡәләләр ташҡа баҫыла. «Ижади маһирлыҡ», «Күңел көҙгөһө» (2004), «Яҡты хәтер» (2016), «М.Х. Минһажетдинов. Һайланма ғилми хеҙмәттәр» китаптары уҡыусыларға яҡшы таныш. Был баҫмаларға автор Марат Минһажетдинов тураһында төрлө юҫыҡтағы мәғлүмәттәр, замандаштарының хәтирәләрен туплап-йыйып биргән. Ошо хеҙмәттәрендә лә Рәүеф Вәли улының фәнни-тикшеренеү эшенә һөйөүе һәм һәләте асыҡ күренә. Бөгөн беҙ уның китаптарын асып Марат Минһажетдинов тигән аҫыл шәхесебеҙҙе өйрәнә һәм баһалай, ҡәҙерләй алабыҙ.

Рәүеф Шаһиев тағы ла бер мәшһүр исемгә  – билдәле яҡташыбыҙ, дәүләт эшмәкәре, милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе Муса Мортазинға айырым ҙур иғтибар бүлә килә. Муса Мортазиндың ҡаһарманлығы, даһилығы, бөгөнгө заманыбыҙға йоғонтоһо ғалим-эҙәрмәнде ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Р. Шаһиев М. Мортазиндың сығышын, тормош һәм яу юлын, фажиғәле яҙмышын яҡтыртып, төрлө сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә, уларҙы бер нисә китабына туплай. «Мәңге халыҡ хәтерендә. М. Мортазин образы көндәлек матбуғатта, әҙәбиәттә, сәнғәттә» (2016), «Халыҡ улы Муса Мортазин» (2020) – ана шул эҙләнеүҙәрҙең хеҙмәт емештәре. Был китаптарҙың әһәмиәте, ҡулайлылығы шунда:  сығанаҡтар башҡорт телендә лә, рус телендә лә бирелгән, улар энциклопедик рәүештә, документаль материалдар ҙа, халыҡ хәтере лә, художестволы әҫәрҙәр ҙә бергә тупланып, бер-береһен тулыландырып, байытып тора. Уҡыусыға, Муса Мортазин тураһында мәғлүмәт алырға кәрәк икән, әллә ҡайҙарҙа эҙләнеп йөрөйһө түгел, уның өсөн эҙләнеү эше инде башҡарылған, ни бары Рәүеф Шаһиев тигән авторҙың китабын табып, кәрәкле битен асырға ғына ҡала. Уҡыусы өсөн әҙер һәм дөрөҫ, тулы мәғлүмәтле, сифатлы белем сығанағы булдырыу – ғалим-ижадсының төп маҡсаты ла шундалыр. Әйткәндәй, «Муса Мортазин» тигән ысын энциклопедия ла яҡын арала донъя күрәсәк. Рәүеф Вәли улы  тарафынан ул быйыл әҙерләнеп бөтөп дәүләт нәшриәтенә тапшырылды. Етәкселәргә – тиҙләтәһе, халыҡҡа көтәһе генә ҡала.

 Авторҙың «Сәхнә күрке Фәриҙә» (2009), «Тырыш хеҙмәт емеше» (2012), «Бригадир Р.Ҡ. Фәйзуллин» (2014), «Йөҙөк ҡашы Әсмә апай» (2020), «Зөмәрә апай балҡышы» (2021), «Мөғәллим. Етәксе» (2022),  «Мәғариф баҫҡыстары буйлап» (2009), «Мәғариф йондоҙо» (2022), «Йөрәгемде балаларға бирәм» (2011), «Сәләмәт рух һағында» (2011) кеүек китаптары аша ла беҙ халҡына тоғро хеҙмәт иткән айырым шәхестәрҙең сағыу ижади портреттары, төбәгебеҙҙең йылъяҙмаһы менән танышабыҙ. «Башҡорт прозаһында герой орбитаһы» (2010) китабы Рәүеф Вәли улының ижадында айырым урын биләй. Ул әҙәбиәт ғилеменә ҡағыла, башҡорт яҙыусыларының проза әҫәрҙәренә байҡау яһауҙан ғибәрәт.

Утыҙ йыл эсендә өс тиҫтәнән ашыу китаптар, өс йөҙҙән ашыу ғилми һәм публицистик мәҡәләләр яҙған айбарлы ижадсының замандашы һәм яҡташы булыуҙы үҙем өсөн оло бәхет тип һанайым. Рәүеф Вәли улына ижад маһирлығы, рух байлығы ҡайҙан килә икән?! Донъяны, кешеләрҙе яратыуҙан, ихлас һәм киң күңелле булыуынан түгелме икән, тип уйлап ҡуям үҙем. Шөкөр, ижады һайыҡмай торған даръялай аға ла аға, туҡтарға уйы һис юҡ. Бер йыл эсендә генә  Рәүеф Вәли улы тыуған ауылы халҡы хаҡында «Атайсалым – Ташҡыя», Учалы районының 93 йыллығына арналған «Икмәк булһа – йыр ҙа була» китаптарын райондаштарына бүләк итергә өлгөрҙө! Мәҫкәү ауылы тарихы, уның халҡы тураһында сираттағы китабы – «Утлы өйөрмәләр аша» тарихи эссеһы әле яҙылыу өҫтөндә.  Эйе, Рәүеф Вәли улының баҫылып өлгөрмәгән хеҙмәттәре лә бихисап. Төрлө нәшриәттәрҙә тағы ла тиҫтәләгән китаптары үҙ сиратын көтөп ята әле: «Ялҡынлы тормош. Милләт һаҡсыһы» (Ризван Хажиев хаҡында), «Ижад алиһәләре», «Светила наук отчего края», «Башҡорт прозаһында шәхес асылы», «Белем һәм һөнәр мәккәһе – Наурыҙ», «Замандаштар. Кеше күңеленә сәйәхәт», «Учалы ынйылары», «Ғилем һәм әҙәп илселәре», «Ырыуҙар тарихында – халыҡ яҙмышы», «М.Х. Минһажетдинов. Тормошо һәм ижады»…  

Рәүеф Шаһиевтың ижад офоҡтары һуңғы йылдарҙа киңәйгәндән киңәйә бара. Тәжрибәле педагог-мәғрифәтсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ, тос хеҙмәттәр атҡарыусы тикшеренеүсе лә, крайҙы өйрәнеүсе лә булараҡ,  тыуған яғының тарих төпкөлдәрен байҡаусы эҙәрмән дә, һәр саҡ тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән, ижад иткән журналист һәм киң ҡарашлы, хәҙерге заман проблемаларын күтәргән йәмәғәт эшмәкәре лә ул Рәүеф Вәли улы Шаһиев.

Ғаилә берлеге, бер-береңде аңлау, тәрән ихтирам итеү ижадҡа ла бермә-бер ыңғай тәьҫир итәлер. Тормош иптәше, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Зәйтүнә Зәйнулла ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтереп, юғары юридик белем алыуҙарына ярҙам итеп, үҙ аллы тормошҡа сығарҙылар. Изге маҡсатлы ижади ынтылыш иһә атайсалды йырлауын дауам итә!

Бына шундай илһөйәр шәхестәр генә үҙ төбәгенең абруйлы гражданины тигән юғары исемгә лайыҡтыр.

 

Мөнир ИҠСАНОВ,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас