Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
11 Декабрь 2023, 14:48

15 декабрь - Халыҡ сәсәне, фольклорсы, башҡорт әҙәбиәте классигы М. Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл

Башҡорт рухи донъяһында иң күренекле шәхестәрҙең береһе, башҡорт әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, фольклорсы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов Һамар губернаһының Үрге Ильяс ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы) донъяға килә. Иҫке Юлдаш земство мәктәбен, Ҡарғалы ауылы мәҙрәсәһен тамамлаған, К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған. Ауыл мәктәптәрендә, техникумдарҙа уҡытыусы,  Быҙаулыҡ халыҡ мәғарифы бүлегендә ауыл мәктәптәре инспекторы, Туҡ-Соран кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, кантон башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. 1938 йылдың сентябренән алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәт юлын дауам итә.

М.А. Буранғолов

(1888 – 1966)

М. Буранғолов яҙып алған йырҙар, риүәйәттәр, легендалар, героик-эпик хикәйәттәр башҡорт фольклорының алтын фондына ингән. Драматургтың сәхнә әҫәрҙәре башҡорт йыр-риүәйәт мотивтары менән һуғарылған, унда халҡыбыҙҙың көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәт, йола һәм инаныуҙар үҙенсәлеге сағыла. Сәсән-шағир булараҡ, М. Буранғолов эпик әҫәрҙәр, «Ватан һуғышы» ҡобайырын ижад итә. 

1940 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзына инә. 1944 йылда Башҡортостандың халыҡ сәсәне тигән исем бирелә.

Мөхәмәтша Буранғолов әҫәрҙәрендә башҡорттарҙың тарихын дөрөҫ күрһәтмәүҙә ғейепләнә һәм 1950 йылда репрессиялана. 1956 йылға тиклем һөргөндә була.  

Сәсәндең әҫәрҙәре тик 1990 йылда ғына халыҡ ҡарамағына яңынан сығарыла.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: