

Баҫып торам аҡлан уртаһында
Ян-яҡ ап-аҡ, күҙҙәр ҡамаша.
Һауанан да ап-аҡ моң ишелә...
Иҫ китмәле матур тамаша...
Аҡ ҡайындар гәлсәр кейемдәрҙә
Байрам табынына йыйылған...
Олпат ҡарағайҙар, шаярышып,
Ап-аҡ ҡарға ихлас ҡойонған.
Иң уртаға баҫҡан һомғол муйыл,
Ҡосағына ҡыҫып миләште.
Энә-ептән сыҡҡан аҡ кейемдәр
Хәтерләтә егет-кәләште.
Ә ситтәрәк мәғрүр имән тора,
Эргәһендә балан ҡыуағы
Күңелемә сикһеҙ шатлыҡ тула –
Мин уҙем дә аҡлан ҡунағы!
Ошо мөғжизәне күргәндән һуң
Ерем ожмах кеүек тойола.
Ваҡ-төйәктәр күңел төпкөлөнән
Көҙгө япраҡ кеүек ҡойола.
Ерҙе баҫҡан төрлө зәхмәттәрҙән
Мин юғары бөгөн, юғары!
...Күңелемде күккә сөйҙө шулай
Тәүге ҡарҙың мамыҡ юрғаны.
✍ Сәкинә Тотманова