Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Декабрь 2023, 23:34

Радий Хәбиров Яңы йылды билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Указға ярашлы байрамды ойоштороу комитеты булдырыла һәм Республика шыршы байрамы 27 декабрҙә уҙғарыла.

Радий Хәбиров Яңы йылды билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров Яңы йылды билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Уға уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙән балалар, етемдәр, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр саҡырыла. Балалар өсөн өс көнлөк ял ойошторола. Һәр береһенә бүләктәр тапшырыла. 
Яңы йыл каникулында бөтә республикала мәҙәни саралар уҙғарыла. Улар барышында тейешле хеҙмәттәр дежур итә.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: