Башҡортостан уҡытыусыһы
+2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Декабрь 2023, 16:06
"Мин башҡорт телен өйрәнәм" әкиәт-спектакле беренсегә сәхнәгә сыҡты
Рөстәм Хәкимов режиссеры булған тамаша балалар өсөн тәғәйенләнгән, ул башҡорт малайы булып та русса һөйләшкән Тимерхан мажараларын һүрәтләй. Малай телде белмәү сәбәпле өйгә эшен дөрөҫ эшләмәй буталып бөтә лә, уның был хаталары Башҡорт урманында йәшәгән йәнлек-ҡоштарға тәьҫир итә: Урман хужабикәһенең тылсымынан һуң Тимерхан яҙғанса, Айыу ысын кишер ашай башлай, Терпе бал тәмләй, Ҡуян Бүре артынан ҡыуа...

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында
"Мин башҡорт телен өйрәнәм" әкиәт-спектакле беренсегә сәхнәгә сыҡты.
Рөстәм Хәкимов режиссеры булған тамаша балалар өсөн тәғәйенләнгән, ул башҡорт малайы булып та русса һөйләшкән Тимерхан мажараларын һүрәтләй. Малай телде белмәү сәбәпле өйгә эшен дөрөҫ эшләмәй буталып бөтә лә, уның был хаталары Башҡорт урманында йәшәгән йәнлек-ҡоштарға тәьҫир итә: Урман хужабикәһенең тылсымынан һуң Тимерхан яҙғанса, Айыу ысын кишер ашай башлай, Терпе бал тәмләй, Ҡуян Бүре артынан ҡыуа...
Малай үҙе лә был урманға барып сыға, йәнлектәр менән осраша ла... Аҙағын үҙегеҙ барып ҡарағыҙ, дуҫтар, сөнки тамаша кескәйҙәр өсөн дә, башланғыс кластарҙа уҡығандар өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡлы. Нотоҡ уҡымай, бармаҡ янамай ғына, шул уҡ ваҡытта был мәсьәләнең бар мөһимлеген асып һалып балаға туған телде белеү кәрәклеген төшөндөрә ул.
— Бәләкәй саҡта башҡортса һөйләшә инем, хәҙер оноттом инде, - ти Тимерхан. Ошо һүҙҙәр арҡылы һуңғы арала көнүҙәк булған һорау сағыла. Ысынлап та, башҡортса теле асыла ла баланың, ул яйлап руссаға күсә. Был осраҡта, барыһы ла ғаиләнән тора: ата-әсәһе балаһы менән башҡортса һөйләшергә тейеш. Улар менән башҡортса аралашып та, йәштәштәре менән русса фекер алышҡан балалар ҙа бар. Ғөмүмән, уйланырға урын етерлек.
"Мин башҡортса һөйләшәм" әкиәтендә "дүртенсе диуар" юҡ: Тимерхан да, йәнлектәр ҙә тамашасы балалар менән һөйләшә, уларҙан һүҙҙәрҙең тәржемәһен һорай. Был тамашаны үҙенә күрә интерактив уйынға әүерелдерә. Бик уңышлы алым: ҡыҙыҡ та, файҙалы ла.
Ошондай яңы, дәртле тамашалар, балалар өсөн башҡорт телендә ҡыҙыҡлы саралар Башҡорт теле көнө уңайынан ғына түгел, башҡа көндәрҙә лә ҡуйылһын, ә балалар тел белеү мөһимлеген аңлап үҫһен, тип теләйек! Милли йәштәр театрының яңы әкиәте һәр кескәй йөрәккә кәрәкле фекер орлоғон һалмай ҡалмағандыр...
Айгөл ҒӘБИТОВА, "Аҡбуҙат" журналы
Автор фотолары.
"Мин башҡорт телен өйрәнәм" әкиәт-спектакле беренсегә сәхнәгә сыҡты
Автор:
Альфия Янтурина
Читайте нас: