Файҙалы эштәр йылы
14 Декабря 2023, 17:45

Сығыштар ҡаралды, еңеүселәр билдәләнде

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы барлыҡ педагогтар һәм уларҙың уҡыусылары, тәрбиәләнеүселәре араһында 14 декабрь - Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған ижади конкурс иғлан иткәйне.

Сығыштар ҡаралды, еңеүселәр билдәләндеСығыштар ҡаралды, еңеүселәр билдәләнде
Сығыштар ҡаралды, еңеүселәр билдәләнде

Конкурс ике номинацияла үтте:

- күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе М. Аҡмулланың берәй шиғырын яттан һөйләү;

- М.Аҡмуллаға йәки башҡорт теленә арнап үҙҙәре ижад иткән шиғырҙы яттан һөйләү.
Был конкурсҡа барлығы 25 сығыш ҡабул ителде.

Баһалама комиссияһы сығыштарҙы ҡарап сыҡты һәм еңеүселәҙе билдәләне. 

М. Аҡмулланың шиғырын яттан һөйләү төркөмөндә еңеүселәр:
- Мәжитов Наил, Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернаты уҡыусыһы. Етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нуриева Әлфирә Йәмил ҡыҙы.
- Кинйәбаева Земфира Марат ҡыҙы, Йылайыр районы Юлдыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

М.Аҡмуллаға йәки башҡорт теленә арнап үҙҙәре ижад иткән шиғыр төркөмөндә еңеүселәр:
- Ильясова Камила, Дәүләкән ҡалаһы 3-сө башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Етәксеһе: Вәлиуллина Сажиҙә Салауат ҡыҙы.
- Гайсина Эльвира Хәбибулла ҡыҙы, Әбйәлил районы Аһылай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыусыһы.
Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Әйтергә кәрәк, был конкурста яңы йондоҙҙар табылды.
Артабан конкурсанттарҙы махсус тауыш биреү ҡушымтаһы аша "Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүселәрен бергәләргә саҡырабыҙ!

https://vk.com/app7198399_-156150050#poll657a114a7ab76e22618a9dd2

Тауыш биреү 18 декабрь 18.00 сәғәткә тиклем дауам итер. 

Еңеүселәр "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының Почет грамотаһы менән бүләкләнәсәк.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас