Конференцияла Башҡортостан Республикаһынан һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән, шул иҫәптән Силәбе, Ырымбур, Удмурт республикаларынан дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ситтән тороп ҡатнашыу этабына уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһынан 600 эш ҡабул ителгән, шуларҙың 100 конференцияның йомғаҡлау этабында бөгөн сығыш яһаны.
Педагогтар «Туған телде уҡытыуҙың иң яҡшы методик практикаһы» номинацияһында оҫталыҡ кластары күрһәтте. Уңышлы сығыштар Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығының дипломдары, Өфө фән һәм технология университеты һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының махсус приздары менән бүләкләнде.
Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән методик оҫталыҡ серҙәре менән бүлешергә тип килгән коллегаларыбыҙҙы уңышлы сығыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һөнәри өлкәләрендә уңыштар теләйбеҙ!