Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Декабрь 2023, 13:10

Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!

Ошо көндәрҙә «Родина» кинотеатрында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн башҡорт телендә күптәр яратып өлгөргән «Балалар» йәнһүрәтенең премьераһы уҙҙы.

Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Ҡунаҡтарҙы кинотеатр фойеһында йәнһүрәттең төп геройы Янут ҡаршы алды. Балалар уның менән кинәнеп күңел асты, уйнаны. Байрам барышында бәләкәстәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайы.
Сараның иң мөһим өлөшө – BALALAR проекты төшөргән башҡорт йәнһүрәтенең яңы серияһының премьераһы булды. Проекттың өсөнсө миҙгеле «Мираҫ» тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау фонды етәксеһе Люциә Дәүләтшина берҙәмлегендә грантҡа лайыҡ булды. «Балалар» проекты Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Премьераны күрергә теләүселәр күп булыу сәбәпле ойоштороусылар ике сеанс үткәрҙе. Кинотеатрҙың ҡыҙыл залында алма төшөрлөк тә урын булманы.
«Балалар» байрамын ойошторорға тип хәл иткәс, кескәй тамашасыларыбыҙға ике конкурс иғлан иттек. Һүрәттәр һәм йыр бәйгеһендә бәләкәстәр рәхәтләнеп ҡатнашты. Конкурста урын алған балаларҙы түргә сығарып, бағыусылар әҙерләгән бүләктәр менән ҡотлап үттеләр. Бүләктәре ни тора! Барыһы ла Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, бар Ер шарына билдәле башҡорт брендтары: башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар, планшеттар, этно стилдә эшләнгән кейем-биҙәүестәр, төрлө сағыу сувенирҙар.



#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #balalar #Молодежь #БашкирскийЯзык #ДетиУфа
 
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Башҡорт йәнһүрәтен ҡарайбыҙ!
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: