14 декабрь - Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған ижади конкурс еңеүселәре билдәле булды!
Балалар һәм педагогтар араһында уҙғарылған конкурстың төп еңеүселәрен жюри ағзалары билдәләһә, "Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүсеһен бергә һәм берҙәм тауыштар ярҙамында билдәләнек.
Шуныһы ҡыуаныслы: конкурсанттар араһында барлыҡ конкурстарыбыҙҙа ла әүҙем ҡатнашып килгән уҡыусылар һәм уҡытыусылар бар. Шулай уҡ жюри ағзалары билдәләүенсә, был конкурста яңы асылған йондоҙҙар ҙа табылды! Афарин!
Хөрмәтле конкурсанттар һәм уларҙың көйәрмәндәре! Яңы тыуасаҡ йылда ла беҙҙең тағы ла күркәм һәм мәртәбәле конкурстарыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ.
Бергә булдыҡ - бергә ҡалайыҡ!