

Ярыш баштан уҡ ҡыҙыу башланды: Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан тыш, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан да ҡатнашыусылар булды. Конкурсҡа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Методика, проза, поэзия һәм журналистика буйынса килгән ижади эштәрҙе абруйлы баһалама ағзалары тикшерҙе. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары икенсе турға – бәйгенең финал өлөшөнә саҡырылды.
Программа үҙ эсенә “Бөйрәкәй” романы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһын, пресс-конференцияны, түңәрәк өҫтәлде һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын алды.
Төрлө номинациялар буйынса түбәндәге уҡытыусылар еңеүсе тип танылды:
Рәғиҙә Истәкова (Бөрйән районы) – журналистика
Әлиә Саматова (Белорет районы) – проза
Мөнир Иҡсанов (Учалы районы) – поэзия
Әлнисә Кәримова (Сибай ҡалаһы) – методика
Фаягөл Әмирханова (Ишембай ҡалаһы) – методика.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ!
Автор: Зөлфиә Ҡарасова