Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Салауат Кәримов кеүек күренекле балалар яҙыусылары һәр автор ижадына ҡарата үҙ фекерҙәрен, кәңәштәрен еткерҙе. Һөйләшеүгә онлайн-конференция аша ҡушылған Ғафури районынан Ләйсән Сәлимова, Ҡариҙелдән Айгөл Ғиләжетдинова, Мәскәү ҡалаһынан Ләйсән Әхмәҙуллина, ултырышҡа Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған Рәлиф Шәғәлин, Нәсимә Ғайсина, Рәйсә Иҫәнбаева, Рәзилә Ырыҫҡужина, Гөлнур Йәнбирҙина, Файза Мәғәсүмоваларҙың ижад емештәре тикшерелде.
Башҡорт балалар әҙәбиәтенең бөгөнгө кимәле, заман балаларының әҙәби әҫәрҙәр менән нисек ҡыҙыҡһыныуын яуларға, шиғырҙар һәм хикәйә, повесть, романдар ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш — ошо һәм башҡа һорауҙар ҡаралды секция ултырышында.
"Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Теләмова китап сығарыу өсөн үтәләсәк махсус шарттар исемлеге менән таныштырҙы.
— Беҙҙең өсөн иң төп кеше — бала, шуға күрә, улар мәнфәғәтенән сығып эш итергә тейешбеҙ. Халҡының киләсәген уйлаған яҙыусы балалар өсөн әҫәр ижад итергә тейеш, - тине Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Айгөл ҒӘБИТОВА.
Автор фотолары.