Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Декабрь 2023, 10:24

Мөғжизәләр көтәм...

Яңы йылға тиклем  көн ҡалды!

Мөғжизәләр көтәм...
Мөғжизәләр көтәм...

❄Мөғжизәләр көтәм...

Бала саҡтар... Яңы йыл алдынан,
Теләктәрҙе яҙып ҡағыҙға,
Көтә инек, ниҙәр алып килер,
Кыш бабайы малай йә ҡыҙға...

Нимә көтһәк, шуны таба инек
Тылсым тулы шыршы төбөндә,
Шатлыҡтарҙың сиге булмай ине
Яңы йылдың тәүге көнөндә...

Үҫмер саҡтар... Яңы йыл алдынан,
Теләктәрҙе яҙып ҡағыҙға,
Мөғжизәләр көттөк... Ә ул килде
Һөйөү булып егет һәм ҡыҙға...

Һәр яңы йыл ниҙер алып килде:
Бала бәхетен, эштә уңыштар...
Аҡланмаған саҡтары ла булды...
Яҙмыштарҙан тапмай уҙмыштар...

Инде бөтәһе бар... Бүләктәре өсөн
Рәхмәтлемен үткән һәр йылға!
Ә шулай ҙа яңы йыл алдынан
Теләктәрҙе теҙәм ҡағыҙға:

Имен булһын минең балаларым!
Хыялдары ашһын тормошҡа!
"Атай! Әсәй" тиеп, күмәкләшеп,
Ашҡынһындар өйгә - төп йортҡа!

Имен булһын минең яҡындарым!
Көлөп торһон туған - дуҫтарым!
Бөтәбеҙгә һаулыҡ, ырыҫ һорап,
ХОҘАЙЫМА һуҙам устарым...

Ә шулай ҙа иң - иң ҙур теләгем -
ҠАЙТАР ТЫНЫСЛЫҒЫН ЕРЕМДЕҢ!
Ыҙғыш, болаларҙан азат ит һин!,
Һаҡла башҡорт телен илемдең!

Ҡайтарырға ҡотон, йәмен ерҙең
Килер тием һинең ҡулыңдан.
... Йылдағыса мөғжизәләр көтәм
Юлға сыҡҡан яңы йылымдан.

✍️Тотманова Сәкинә

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас