Файҙалы эштәр йылы
1 Января 2024, 15:44

Ғинуар айына һынамыштар

Ғинуар башында көн йылы булһа, арыш уңыр.Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.

Ғинуар айына һынамыштарҒинуар айына һынамыштар
Ғинуар айына һынамыштар

Раштыуа төнөндә күк йөҙө аяҙ булһа, баҡса уңыр,
ҡар яуһа, алманан шәп уңыш булыр.
Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.
Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе булыр.
Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көтөргә.
Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа,
сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы булыр.
Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтөр.

Автор:Салават Каримов
Читайте нас