Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
2 Ғинуар 2024, 11:21

Тауҙан шыуыу ҡағиҙәләре

Тауҙан шыуыу күңелле һәм хәүефһеҙ булһын өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ һәм улар тураһында балағыҙға ла һөйләгеҙ.

Тауҙан шыуыу ҡағиҙәләре
Тауҙан шыуыу ҡағиҙәләре

1) Тауға баҫҡыстар буйлап ҡына менергә кәрәк. Башҡалар ҡаршыға шыуған урындарҙа тауға менергә ярамай.

2) Тауҙан шыуыусының ситкә китеүен көтөгөҙ. Аҙаҡ үҙегеҙ шыуып төшөгөҙ!

3) Шыуып төшкәс тә ситкә китегеҙ.

4) Боҙҙан йүгереп үтмәгеҙ, тайып йығылырға мөмкин.

5) Аяҡ өҫтө тороп та, сүкәйеп тә шыуырға ярамай!

6) Арҡағыҙға йәки эсегеҙгә ятып шыуырға тырышмағыҙ, тауҙан төшкәндә лә, тауға күтәрелгәндә лә һәр ваҡыт алға ҡарағыҙ.

7) Тау эргәһенән кемдер үтеп барһа - уны үткәрегеҙ, шунан һуң ғына шыуығыҙ.

8) Бәрелештән ҡотола алмаҫығыҙҙы һиҙһәгеҙ, ҡабырға менән ҡарға йә боҙ өҫтөнән ситкә тайпылығыҙ.

9) Йығылһағыҙ, ҡулдарығыҙҙы үҙегеҙгә, башығыҙҙы күкрәгегеҙгә ҡыҫып, ҡабырғаға ятырға тырышығыҙ.

Тауҙан шыуыу һеҙгә шатлыҡ ҡына килтерһен! #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас