Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
9 Ғинуар 2024, 17:09

“Тәүге ҡунағы ҡыштың...”

 (“Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар” шиғырын өйрәнеү”. V класс)  

“Тәүге ҡунағы ҡыштың...”
“Тәүге ҡунағы ҡыштың...”

Маҡсат.

1. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең ижадын өйрәнеү, “Беренсе ҡар” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡыш миҙгеле тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү.

2. Шиғырҙа лирик геройҙың сағылышын аңлатыу, уҡыусыларҙың һүҙ байлығын үҫтереү.

3. Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, шағир ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

 

Дәрес барышы

 

  1. Ойоштороу.

– Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ, аҡ ҡарҙар менән бергә тыуған еребеҙгә, ил-йортобоҙға именлек, бер-беребеҙгә уңыштар теләп, дәресебеҙҙе башлайыҡ. Эш барышында әүҙем булығыҙ, фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ, дәлилләгеҙ.

Тәҙрәләрҙән тышҡа күҙ һалығыҙ әле. Урамда – тәбиғәттең иң матур миҙгеле. Бер минутҡа, күҙҙәребеҙҙе йомоп, уйыбыҙ менән ошо хозур тәбиғәт донъяһына сумайыҡ.

Ашыҡмай ғына ергә ҡойолған ҡар бөртөктәрен усыбыҙға ҡундырайыҡ. Иғтибар итегеҙ, тәбиғәт-рәссам ниндәй һоҡланғыс биҙәктәр тыуҙырған. Тәрән һулыш алып, уларға өрәйек! Улар осҡанда нимәне хәтерләтә? (Йондоҙҙо, күбәләкте.)

– Ҡар бөртөктәре ниндәй була? (Йомшаҡ, күпереп тора, епшек, шаян, ап-аҡ, йондоҙ кеүек, тылсымлы.)

– Улар ҡояш нурҙары аҫтында нисек күренә? (Емелдәй, төрлө төҫтәр менән сағыла, ялтырай.)

  1. Теманы асыҡлау. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

– Экранда яҙылған шиғырҙы ике төркөмгә бүленеп, ҡар батшалығының кәйефенә тап килерлек итеп, тасуири уҡығыҙ. 

Аҡ күбәләк кеүек ҡарҙар

Яуалар ҙа яуалар.

Уйнайбыҙ ҙа, көләбеҙ ҙә

Беҙ – бәхетле балалар!

– Шиғырҙы ниндәй тауыш менән  уҡырға кәрәк? (Күңелле тауыш менән.)

– Күбәләктәй аҡ ҡар йылдың ҡайһы ваҡытында яуа? Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һүҙ барасаҡ? (Ҡар, ҡыш миҙгеле тураһында.)

– Эйе, Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар” шиғыры менән танышып, тәүге ҡар һәм һеҙҙең кеүек баланың ошо миҙгелгә ҡарата хистәре тураһында һөйләшербеҙ. Ә хәҙер иғтибар менән экрандағы һорауҙарҙы уҡыйыҡ. Һеҙҙең беренсе ҡар яуғанын күҙәткәнегеҙ бармы? Ҡыш миҙгеле ни өсөн оҡшай?

– Дәрес аҙағында ошо һорауҙарға яуап бирербеҙ. Ә яуапты Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар” шиғырынан табырбыҙ. (Дәфтәрҙәргә число, тема яҙыла.)

III. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

  1. Төркөмдәрҙә эш.

– Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тураһында нимәләр беләһегеҙ? (4 төркөмгә бүленгән уҡыусыларға карточкалар таратыла. Бирелгән һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙән һөйләмдәр төҙөп, шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән танышалар.)

  1. Дүртөйлө районы,1918 йылда, тыуған, Миңеште ауылында.
  2. 1937 йылда, баҫыла, республика, беренсе, гәзитендә, шиғыры.
  3. “Тамсылар”, 1950 йылда, исемле, китабы, беренсе, сыға.
  4. 1994 йылда, бирелә, “Башҡортостандың халыҡ шағиры”, уға, исем, юғары, тигән. (Уҡыусылар төҙөлгән һөйләмдәрҙе яҙып ала.)
  5. Шиғыр менән танышыу (үҙ аллы уҡыу).

Әйтерһең, күктә аҡҡоштар

Аҡ мамыҡ ҡойоп осто.

Ап-аҡ бөртөктәр күренде –

Тәүге ҡунағы ҡыштың.

Кем ергә алда төшөр тип,

Улар ярыша төҫлө.

Күп тә үтмәй, ап-аҡ булып

Ҡапланды ерҙең өҫтө.

Гүйә, аҡҡоштарҙың береһе

Һауанан төштө осоп –

Ап-аҡ тун кейгән бер бала

Сыҡты санаһын тотоп.

“Ҡарға мин беренсе баҫтым!

Баҫтым!” – тип ул шатлана.

Ҡулдарын ҡанат ҡаҡҡандай,

Һелкеп талпына бала.

Күлдән осҡан аҡҡош кеүек,

Әй китте осоп үҙе!

Һәм ҡалды беренсе ҡарҙа

Беренсе сана эҙе.

  1. Һүҙлек эше: гүйә – әйтерһең дә, йәнә – тағы ла, эҙ – юл, һуҡмаҡ.
  2. Тасуири уҡыу.

– Бергә уҡыу.

– Сылбырлы уҡыу.

– Берәр юллап уҡыу.

  1. Шиғырға анализ.

– Һеҙҙең күҙ алдығыҙға ниндәй картина килеп баҫты, күңелегеҙҙә ниндәй тойғолар уянды? Шиғырҙа был турала нисек әйтелә, шағир тәбиғәт күренешен нимәләр менән сағыштыра? Ҡар нисек яуа? (Елпенеп, талпынып, ябалаҡлап.)

Һеҙгә  ҡыш миҙгеле оҡшаймы? (Ҡыш көнө сана, саңғы шыуыу, Яңы йыл байрамын ҡаршылау, хоккей уйнау бик күңелле. Бөтә донъя ап-аҡ, һауа һалҡынса, саф була, шаян ҡар бөртөктәре, ҡарлы биҙәктәр – барыһы ла матурлыҡ тыуҙыра.)

  1. Ял минуты.

Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,

Ғәжәп матур көн бөгөн!

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.

Ап-аҡ ҡар баҫҡан яланды,

Ҡураларҙы, соланды.

Ябалаҡлап ҡар яуа,

Бөгөн буранлы һауа.       (Ғ. Туҡай.)

–  “Эйе, юҡ” уйыны менән һеҙҙең иғтибарлығығыҙҙы тикшерәм. Хәҙер мин һеҙгә ҡыш тураһында уйларға мәжбүр иткән һөйләмдәр уҡыйым. Һөйләм дөрөҫ булһа – эйе, дөрөҫ булмаһа, юҡ, тип яуап бирерһегеҙ.

  1. Яландар, ҡырҙар, урмандар ҡар аҫтарында ҡалған.
  2. Ҡырҙар тыныс ялға ятҡан.
  3. Эй ҡар яуған да яуған!
  4. Ер ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра.
  5. Ҡар йылытмай ерҙең өҫтөн.
  6. Ерҙең өҫтө ап-аҡ.
  7. Урмандар тынып ҡалған.
  8. Белемде нығытыу. (Уҡыусылар ҡыш темаһына һынамыштарҙың яртыһын таба, йомаҡтарҙы сисә.)
  9. Һынамыштар.

Төтөн тура сыҡһа,  (һыуыҡ була).

Ағастар шаулаһа, (буран булыуын көт).

Төнөн бәҫ төшһә, (көндөҙ ҡар яумай).

  1. Йомаҡтар.

–  Аҡ ашъяулыҡ таптыҡ, ер өҫтөнә яптыҡ. (Ҡар.)

–  Шыма табанлы сана

Атһыҙ ҙа алға саба.

Етеҙ булһа аяҡтар,

Ҡулда булһа таяҡтар. (Саңғы.)

  1. Йомғаҡлау.

–  Шулай итеп, уҡыусылар, дәрестә нимәләр белдегеҙ? Алған белемдәр  һеҙгә киләсәктә кәрәк булырмы? Дәрестәге эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Ниндәй  яңылыҡ алдығыҙ? Назар Нәжми тураһында нимәләр белдегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары уҡытыусы тарафынан тулыландырыла, йомғаҡлана.)

– Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми ижадын,  башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондың тәшкил иткән әҫәрҙәр менән бергә, килер быуындар ҙа өйрәнһен ине тигән теләктә ҡалабыҙ!

VII. Өйгә эш.

  1. Шиғырҙы тасуири уҡырға. 2. “Миңә ҡыш ни өсөн оҡшай?” темаһына һүрәтле инша яҙырға.

– Дәрес өсөн ҙур рәхмәт, уҡыусылар! Һау булығыҙ! (“Тышта ҡар яуа” йыры менән тамамлана.)

 

С.Ғ.  СӘЙӘХОВА,

Бөрйән районы Байназар мәктәбенең Яуымбай филиалы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

 

 

 

 

 

  

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: