Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль , 18:46

"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..." (Р. Ғарипов)

Өфө фән һәм технологиялар университетында туған телебеҙҙе үҫтереүгә, тел гәүһәрҙәребеҙҙе һаҡлауға тос өлөш индергән билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, тиҫтәләгән ғилми хеҙмәттәр авторы М. Х. Әхтәмовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған "Рәсәй Федерацияһы субъекттарының полилингваль белем биреү арауығында башҡорт теле" исемле IX Халыҡ-ара конференцияның тап туған телдәр көнөндә ойошторолоуы символик мәғәнәгә эйә. 

"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..."  (Р. Ғарипов)
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..." (Р. Ғарипов)
Конференция студенттарҙың Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сағыу сығыштары менән башланды. Башҡортостан-гөлбостан (Ш. Бабич шиғыры, "Карауанһарай" төркөмө ) йырына һалынған егеттәр бейеүе, төрлө телдәрҙә ғорур яңғыраған шиғырҙар - барыһы ла һоҡландырғыс ине.
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Г.Р. Абдуллина сараны асып, ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы, туған телде уҡытыуға үҙ көсөн һалған һәр педагог һәм тәрбиәсегә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә. З. Ғәлиева үҙ сығышында республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү барышы, яңы асыштар һәм ҡаҙаныштар тураһында бәйән итте. Туған телде өйрәтеүсе һәр педагогтың үҙ эшендә иң алдынғы, иң үтемле сараларҙы ҡулланырға, телде өйрәнеүҙе еңел һәм заманса итергә тейешлеге хаҡында әйтеп үтте.
Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Х.В. Солтанбаева хеҙмәттәше, яҡташы Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовтың фәнни эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның сығышы ғалимдың ғилми баҫмалары, ғаилә архивындағы иҫтәлекле фотоларҙы күрһәтеү менән үрелеп барҙы.*
Артабан конференцияла республикабыҙҙың алдынғы уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре башҡорт телен өйрәнеү өлкәһендә уңышлы тип тапҡан яңы алымдары менән таныштырҙы, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Конференция пленар һәм секция өлөштәренән тороп, телде өйрәнеүгә һәр яҡлап ҡарарға өйрәткән уңышлы сығыштарҙы, һорау-яуаптарҙы үҙ эсенә алды.
Пленар өлөш аҙағында конференцияла ҡатнашыусыларҙың сығыштары баҫылған йыйынтыҡ күрһәтелде.Туған телебеҙҙе өйрәнеүгә арналған һәр сара ҡатнашыусыларҙы берләштерә, уртаҡ маҡсаттарҙы барлай, үҙ хеҙмәтеңә яуаплы ҡарарға, заманса фекерләргә, заман менән бергә атларға өйрәтә. Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә ойошторолоп, байрам кәйефе биргән мәртәбәле сара ла үҙ маҡсатына иреште.
 
 
*Мөхтәр Әхтәмовтың хеҙмәттәре башҡорт тел ғилеме мәсьәләләренә арналған, күбеһе лексикография һәм лексикология менән тығыҙ бәйле.

«Башҡортса-русса омонимдар һүҙлеге» (1966), «Башҡорт телендәге омонимдарҙың аңлатмалы һүҙлеге» (1986), «Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге» (1973, 1987), «Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге» (1992), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (1994), «Башҡорт теленең кире һүҙлеге» (1999), «Татар теленең кире һүҙлеге» (1999), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (2007) һәм башҡа китаптары беҙҙә генә түгел, барлыҡ төркиәттә киң билдәле.

Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булараҡ, М. Х. Әхтәмов дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙыуҙа әүҙем эш алып бара.

1978—1980 йылдарҙа «Хәҙерге башҡорт теле» тигән өс киҫәктән торған уҡыу әсбаптары баҫылып сыға.

1986 йылда — «Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология» исемле, 2000 йылда иһә — «Хәҙерге башҡорт теле. Ялғауҙар ярҙамында һүҙьяһалыш» тигән, юғары уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнгән дәреслектәре донъя күрә. Был эшендә ғалим һүҙьяһалыштың тел ғилеменең айырым бүлеге булыуын иҫбатлай.

Мөхтәр Әхтәмов ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы һәм улы, математика фәндәре докторы, БДУ профессоры Азамат менән берлектә «русса-башҡортса математика терминдары» һүҙлеген төҙөп баҫтыра (1982, 1993 йылдар).

Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"н төҙөүҙә лә ҡатнаша. Ул 1981 йылда Мәскәүҙә «Наука» нәшриәтендә баҫылған «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәт авторҙарының береһе лә. Был эше өсөн уға СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының премияһы бирелә.

2002 йылда уның «Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография» һәм «Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфоэпия, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш» (авторҙашы — проф. Н. Х. Ишбулатов) тигән китаптары донъя күрә. Бында автор башҡорт тел ғилеме мәсьәләләрен хәҙерге фән кимәлендә хәл иткән.

2008 йылда профессор М. Х. Әхтәмовтың «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге» тигән фундаменталь хеҙмәте баҫылып сыға. һүҙлектә бер һүҙ ярҙамында ҡулланылған бөтә мәҡәлдәр, әйтемдәр бергә туплап бирелгән. Мәҫәлән, "икмәк"кә бәйлеләре — 50-нән ашыу. Ошо нигеҙҙә алты мең төп мәҡәл һәм әйтем, уларға ингән 60 мең һүҙ теркәлгән.

Университетта, факультетта ҙур ижтимағи эштәр ҙә алып барған, студенттарҙы һәр яҡлап тәрбиәләүгә күп көс һалған профессор М. Х. Әхтәмовтың хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһаланды. Ул «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (1945), «Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә — 50 йыл» (1995) миҙалдары менән бүләкләнгән.

Уға 1983 йылда — Башҡортостан Юғары Советы Президиумының, 1999 йылда Башҡортостандың Почёт грамоталары тапшырыла. Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең маҡтаулы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.

М. Х. Әхтәмов — өс тиҫтәнән күберәк китап һәм дәреслек, 150-нән ашыу ғилмихеҙмәт авторы.
(Сығанаҡ: Википедия)
 
 
 
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..."  (Р. Ғарипов)
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..."  (Р. Ғарипов)
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..."  (Р. Ғарипов)
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..."  (Р. Ғарипов)
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..."  (Р. Ғарипов)
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..."  (Р. Ғарипов)
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..."  (Р. Ғарипов)
"Туған телем тыуған еремдә яңғыраһа мәңге йыр булып..." (Р. Ғарипов)
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: