Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
26 Февраль , 16:33

Почет грамотаһы һәм бүләккә – планшет алып ҡыуандым!

Айгөл Фәтих ҡыҙы УРАЗБАЕВА,  Сибай ҡалаһы Балалар үҙәге - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы- логопеды

Почет грамотаһы һәм бүләккә – планшет алып ҡыуандым!
Почет грамотаһы һәм бүләккә – планшет алып ҡыуандым!

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы ойошторған методик һәм ижади эштәр Республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында булыу бәхете тейҙе.

 “Иң яҡшы дәрес эшкәртмәһе” номинацияһында I урын яуланым! Шундай мәртәбәле конкурста еңеүемә сикһеҙ шатмын! Был еңеүгә  мәғариф өлкәһендә 27 йыллыҡ эш тәжрибәм, эшемә булған һөйөүем, ижади эҙләнеүҙәрем алып килгәндер, тип уйлайым.

Конкурста республиканың төрлө төбәктәренән 400-ҙән ашыу педагог ҡатнашты, еңеүселәр өс номинацияла билдәләнде. Минең өсөн был бик иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс, тәьҫораттарға бай көн булды.  Сара тантаналы, йылы, сағыу атмосферала үтте. Мәғариф һәм фән министрлығынан Почет грамотаһы һәм бүләккә – планшет алып ҡыуандым.

Үҙ сиратымда, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығына, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримовҡа һәм редакция коллективына  ҙур рәхмәтемде еткерәм. Эшегеҙҙә уңыштар, ижади үрҙәр, яңы ҡаҙаныштар, уй-ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем! Әлбиттә, бындай конкурстар артабан тырышып эшләргә дәрт, көс, илһам бирә, үҙ-үҙеңә ышаныс тыуҙыра.
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы әленән-әле педагогтар һәм балалар   өсөн төрлө конкурстар ойоштороп тора, мәғариф өлкәһендә барған төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, яңылыҡтарҙы сағылдырып бара. Ә инде баҫмаға килгәндә, үҙенең биттәрендә алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле педагогтарҙың, ғалимдарҙың, методистарҙың эш тәжрибәһен таратыуға, методик яҡтан ярҙам күрһәтеүгә ҙур өлөш индерә, яңылыҡтарҙы, ҡыҙыҡлы алымдарҙы, технологияларҙы табырға ярҙам итә. Журнал һәр уҡытыусының өҫтәл китабы булырға тейеш, тип иҫәпләйем. " Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы менән бергә булайыҡ, уға яҙылайыҡ, хеҙмәттәшлек итәйек, таратайыҡ, коллегалар!

 

 

Автор:Салават Каримов
Читайте нас: