Бөтә яңылыҡтар

Уҙған аҙнала дауылдан Белорет һәм Ғафури райондарындағы мәктәптәрҙең ҡыйыҡтары зыян күрҙе

Ошо хәлдәргә ҡағылышлы Башҡортостан Башлығы мөһим күрһәтмә бирҙе -  дауыл ҡыйыҡтарын осорған мәктәптәрҙе йүнәтергә ҡушты. 

Уҙған аҙнала дауылдан Белорет һәм Ғафури райондарындағы мәктәптәрҙең ҡыйыҡтары зыян күрҙе
Уҙған аҙнала дауылдан Белорет һәм Ғафури райондарындағы мәктәптәрҙең ҡыйыҡтары зыян күрҙе

Билдәле булыуынса, уҙған аҙнала дауыл Белорет һәм Ғафури райондарындағы мәктәптәрҙең ҡыйыҡтарын осорҙо.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирил Первов һүҙҙәренсә, ике осраҡта ла зыян күреүселәр юҡ, уҡытыу дистанцион тәртиптә ойошторолған. Бөгөнгә Белорет районында авария-тергеҙеү эштәре тамамланған. Ғафури районында зыян күләмен баһалау процесы тамам, ремонт эштәренә әҙерлек бара.

«Ошо ике мәктәпте контролгә алығыҙ. Уларҙы тиҙерәк тергеҙергә кәрәк, бәлки, берәй ярҙам кәрәктер», — тип мөрәжәғәт итте мәғариф министрына Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: "Йәшлек"

 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: