Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
23 Май 2024, 11:53

Юғалтыу

Оҙаҡ йылдар «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны, элекке коллегабыҙ Ғәйнуллина Нәсимә Сабирйән ҡыҙы ошо көндәрҙә беҙҙең арабыҙҙан китте.

Юғалтыу
Юғалтыу

Ул 1946 йылдың 18 мартында  Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуып үҫеп, урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған районының комсомол бүлегендә башлай. Артабан Башҡортостан радиоһында һәм телевидениеһында, «Башҡортостан пионеры» гәзитендә дауам итә.

1981 йылда «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына эшкә килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы фәнни-педагогик һәм методик баҫмала хеҙмәт итә.

Коллегабыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәрҙәре.

Автор: Тимур Рахматуллин
Читайте нас