Фестивалдә “Республика Башҡортостан” Нәшриәт йорто “Изге подписка” акцияһын ойоштора. Һәр теләгән кеше, үҙенә оҡшаған республика, ҡала һәм район баҫмаһына яҙылып, МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләләренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, туғандарына, яҡындарына бүләк итә, шулай уҡ эстафетаны дуҫтарына тапшыра ала.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Шоңҡар” йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов: “Республикала беҙҙең гәзит-журналдарҙы юғары баһалайҙар. “Изге подписка” акцияһы фестивалдең әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе булыр тип уйлайым. Яҡшы мәғлүмәт таратҡан әйбер менән бүлешеү – кешенең күңел байлығын, изгелеккә ынтылышын күрһәтеүсе сифаттар ул”.
Әйткәндәй, "Китап байрамы" барышында "Изге подписка"ла ҡатнашыусылар араһында көн дә сәғәт киске 6.00 бүләк отоу уйыны ойоштороласаҡ. Бүләктәр бик шәп: сымһыҙ ҡолаҡсын һәм Power Bank.